Бөтә яңылыҡтар
Саралар
5 Февраль 2019, 11:37

Стәрлебаш батырҙарҙы йыйҙы

Шәмбе көндө беҙҙең район республиканың үҫмер батырҙары өсөн көрәш майҙанына әүерелде. Был көндө 2005-2006 йылғы үҫмерҙәр өсөн КПСС район комитетының беренсе секретары Барый Кинйәбулат улы Арыҫланғоловтың иҫтәлегенә көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы Беренселеге булды.

Б.К.Арыҫланғолов иҫтәлегенә ярыштар йыл һайын уҙғарыла. Барый Кинйәбулат улының улы Юрис Барый улы тәүге көрәш ярышын нисек ойошторолоуын хәтерләп:

- Дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла ошондай саралар үткәреүгә тәғәйенләнмәгән Иҫке Ҡалҡаш мәктәбенең ҙур булмаған спорт залында башланды. Нисектер атайымдың исемен мәңгеләштереп, шул уҡ ваҡытта егеттәрҙе спортҡа йәлеп итергә теләнем. Минең тәҡдимемде шул ваҡытта Йәғәфәр Шәрипов һәм Рәфис Таймаҫовтар хупланы. Мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Һәм бына, 20 йылдан ашыу ваҡыттан һуң, бындай спорт саралары республика кимәлендә үткәрелә. Мин быға сикһеҙ шат. Ошо йылдарҙа атайым иҫтәлегенә арналған һәм бик күп башҡа ярыштар республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында юғары һөҙөмтәләргә ирешергә теләгән йәш батырҙар өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. Һәр ваҡыт һөйөнөп киләм һәм һөҙөмтәләр булыуын күрәм. Беҙҙең егеттәр бөгөн республикала һәм хатта Рәсәйҙә иң көслөләр иҫәбендә, - тине.

Ярыштар Башҡортостандың алты ҡалаһы һәм 18 районынан килгән спортсылар ҡатнашлығында үтте. Уны асыу тантанаһында ҡәҙерле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров; Башҡортостан Республикаһы Көрәш һәм билбау көрәше буйынса спорт федерацияһының башҡарма директоры Юнир Ильясов; БР Мәғариф министрлығының уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпиада резервы әҙерләү идаралығы етәксеһе, Рәсәй чемпионы, ҙур ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында көрәш буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Марсель Йосопов, Барый Арыҫланғоловтың улы, ярыш бағыусыһы Юрис Арыҫланғолов, шулай уҡ хөрмәтле спорт аҡһаҡалдары: БР Атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, ветерандар араһында гер спорты буйынса күп тапҡыр Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионы Нурулла Хисмәтуллин; БР Атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Йәлил Йосопов ҡатнашты.

Көн дауамында милли көрәш һөйөүселәр мауыҡтырғыс бәйгене күҙәтте. Ике келәмдә 123 көрәшсе көс һынашты, ә иң лайыҡлылар еңеүсе булды. Улар араһында Стәрлебаш районының да йәш батырҙары булыуы һөйөнөслө.

(Көрәш буйынса республика Беренселеге тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ).

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: