Бөтә яңылыҡтар
Саралар
1 Февраль 2019, 11:55

Буйһонмаҫ ҡала батырлығына бағышлап

Күптән түгел район тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Зөлхизә Әсәҙуллина инициативаһы буйынса Ленинград блокадаһын өҙөүҙең 75 йыллығына бағышланған тулҡынландырғыс сара үткәрелде. Ошо көн хөрмәтенә эстәлекле, күңелгә үтеп инерлек стенд элеп ҡуйылған. Сараға саҡырылған Иҫке Ҡалҡаш мәктәбе уҡыусылары шулай итеп Бөйөк Ватан һуғышы тураһында мәғлүмәттәрен арттырҙы. Был сарала шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов, Яңы Ҡалҡаш ауылынан хеҙмәт ветераны Надежа Батыршина ҡатнашты.

Тәү сиратта, Бөйөк Ватан һуғышында Ленинградты батырҙарса яҡлау Ватаныбыҙ тарихында иң сағыу биттәрҙең береһе булыуын тағы бер тапҡыр әйтеп үтәйек.

Билдәле булыуынса, 1941 йылдың йәйе һәм көҙө беҙҙең армия өсөн иң ауыр осор була. Ошо айҙарҙа Совет ғәскәрҙәре оло юғалтыуҙар кисерә, ҙур территорияларҙы ҡалдырып сигенә. Дошмандың төп һөжүм итеү объекты, әлбиттә, Мәскәү була, уны яулағау менән фашистар Советтар Союзының капитуляцияһына иҫәп тота. Әммә Мәскәүгә тиклем Ленинград алынырға тейеш була. Быны планлаштырып, дошман Нева йылғаһы эргәһендә урынлашҡан ҡаланың ғәйәт мөһим иҡтисади һәм стратегик әһәмиәтенә иҫәп тота. Уны яулап, дошман Совет халҡын рухын һындырырға уйлай.

Беҙҙән күпкә көслө немец илбаҫарҙары Совет ғәскәрҙәренең бөтә ҡаршылыҡтарын үтеп, ҡаланы илдең тылынан айырып, Ленинградҡа һәм Ладога күленә сыға. Әммә, артабан уларҙы үткәрмәйҙәр.

1941 йылдың 8 сентябрендә башланған Ленинград ҡамауы 872 көн дауам итә. Ҡамауға эләккән ҡаланы һаҡлаусыларҙың өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙар бер нимә менән сағыштырырлыҡ түгел. Был батырлыҡ легендаға тиң.

1943 йылдың ғинуарында Ладога күле буйында тар ғына участкала блокаданы өҙәләр. Бер йылдан беҙҙең ғәскәрҙәр һөжүмгә күсә һәм 1944 йылдың 27 ғинуарында блокада тулыһынса өҙөлә.

Ошо ерҙәрҙә һуғышҡан яугирҙәр араһында стәрлебаштар ҙа күп була. Мәҡәлә авторҙарының береһенә ваҡытында уларҙың ҡайһы берҙәре менән әңгәмәләшергә тура килде. Хәтирәләрҙең бер нисәһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Тәтер-Арыҫлан ауылынан Сәғит Ремеев артиллерия училищеһында уҡығандан һуң фронтҡа 1942 йылдың февралендә эләгә.

- Беҙ Ленинградты һаҡланыҡ, - тип һөйләй ул. - Беҙҙең дивизия егерме километр оҙонлоҡта оборона тотто. Ҡан ҡойғос алыштар бара. Батареяла шәхси состав 40-50% ҡына ҡалды. Туҡланыу менән дә ауыр ине. Әммә был, әлбиттә, Ленинград халҡы кисергән һынауҙар менән сағыштырырлыҡ түгел.

Бер аҙ һүҙебеҙҙе икенсегә күсерәйек. «Непокоренный Ленинград» китабында ошондай мәғлүмәт килтерелә. 1942 йылдың ғинуарында, тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала көн һайын өс меңдән ашыу кеше үлә.

Хәҙер мәҡәлә геройына кире ҡайтайыҡ.

- Беҙҙе икенсе нәмә - хәрби припастарҙың етешмәүе борсоно, - тип хәтерләй Сәғит Лоҡман улы. - Әммә һуңынан мәсьәлә бер аҙ хәл ителде. Ҡаты алыштар башланды. Ә 1944 йылдың ғинуарында хәл иткес һөжүмгә күстек. Тихвинды азат иттек. Дошман ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, алға барҙыҡ. Нарва ҡалаһын, мәҫәлән, 15 көн штурмда тоттоҡ. Артабан да алыштар дауам итте. Балтик буйы, Белоруссия, Польша, Чехословакия.

- Мин фронтта артиллерия часында булдым, - тине Ивановка ауылынан (был ауыл юҡ инде) Николай Беляев. - Шулай килеп сыҡты, оборона һыҙығын һәм Ладогала «Ғүмер юлын» төҙөгәндә лә ҡатнаштым.

Ленинград һуғышынан һуң уның хәрби юлы Белоруссия, Венгрия, Чехословакия аша үтә.

Һуғыштан һуң Николай Яковлевич бик күп йылдар Артюховка һәм Айҙарәле мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.

1941 йылдың авгусында Әмир ауылынан армияға бер нисә ир китә. Улар араһында 20 йәшлек Мәннәф Ғәниев та була. Тәүҙә ул Ҡурған өлкәһенә эләгә. Тимер юл станцияһына ағас ташыйҙар, бынан уны көнбайышҡа алып китәләр. Ай ярымдан: «Вагондарға ултырырға!» тигән команда бирәләр һәм фронтҡа оҙаталар.

Тәүге алыш уның өсөн Старая Русса ҡалаһы эргәһендә була. Артабан - Волхов фронты. Бынан уларҙың полкын Ленинград фронты составына ебәрәләр.

Һуғыш, һуғыш... Унда күпме кеше ғүмере ҡыйылған.

Кингисеппа ҡалаһын алғанда ҡан ҡойғос алышта Ғәниев ауыр яралана. Дүрт ай госпиталдә дауалана. 1944 йылдың июлендә сәләмәтлеге буйынса тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр.

Баҡый ауылынан яугир Зәки Вилданов һуғышты Финляндия сигендә ҡаршы ала. Тәүге алыштарҙа уҡ полк, батальон һәм рота командирҙары һәләк була. Вилданов ҡаты яралана. Ленинградта дауалана. Һуңынан взвод командиры була. Декабрҙә - йәнә яралана, был юлы ике аяғы һәм ҡулдары. Ҡаты һыуыҡтар. Аслыҡ. Шыуышырға хәле булмай, шуға тәгәрәп тигәндәй бара. Иҫән ҡала һәм йәнә һуғышырға китә. Артабан Германияға барып етә.

Элекке әңгәмәселәремдең барыһы ла, шул ерҙәрҙә уларҙан башҡа тағы ла йөҙләгән стәрлебаштар алышыуын аңлағандыр, моғайын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәргә тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Яу яланында башын һалалар. Барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Ундай мәғлүмәт тә юҡ. Уларға һәм башҡа фронтсыларға мәңгелек дан!

Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡандар иҫәбендә шулай уҡ Стәрлебаш ҡыҙҙары ла була. Улар ҡаланы яғыулыҡ менән тәьмин иткән торф предприятиеларында эшләй. Музейҙа һаҡланған исемлектә унлаған кеше: Хәлимә Абдулова, Сәлихә Кәримова, Ғәлиә Ғатауллина (барыһы ла Стәрлебаштан), Гөлсирә Ғарипова (Айҙарәле), Фатима Ҡадирова (Тормай), Фәғилә Тимерғәлиева (Ҡуғанаҡбаш), Ғилмиямал Рәхмәтуллина (Өсөгән-Әсән), Хәмиҙә Сиражетдинова (Таллыҡ), Зәйнәб Усманова (Баҡса), Миникамал Ҡәйүпова (Йомағужа). Уларҙың барыһы ла «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Музейҙа осрашыуҙа һүҙ Ленинград блокадаһы тураһында ғына түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышының ҡот осҡос күренештәре тураһында ла барҙы. Был турала Надежда Батыршина ла ҙур тулҡынланыу менән һөйләне. Бала һәм үҫмер сағында ул Украинала йәшәй. 1941 йылда, немецтар был яҡтарҙы баҫып алғанда, уға дүрт йәш кенә була, әммә фашистарҙың фәхшилегенә бәйле ҡайһы бер ҡурҡыныс эпизодтар хәтерендә һаҡланған.

Кәлимулла Шәрәфетдинов, Зөлхизә Әсәҙуллина, Надежда Батыршина мәктәп уҡыусыларына кешелек тарихында иң ҡот осҡос һуғышта дошманды еңгән Совет халҡының бөйөк еңеүе тураһында һөйләне, был турала хәтер - мәңгелек. Йыйылыусылар шулай уҡ «Ҡамауҙағы Ленинград балалары» фильмын да ҡараны.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН, Гөлдәр ҒӘФИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.

Читайте нас: