Бөтә яңылыҡтар
Саралар
29 Ғинуар 2019, 11:37

Талантлылар еңеү бейеклегендә

23-27 ғинуарҙа Өфө Конгресс-холында унынсы тапҡыр балалар һәм үҫмерҙәр ижадын, талантлы балаларҙы үҫтереүгә һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ҙур проекттың бер өлөшө булған «Талант ҡанаттарында» Халыҡ-ара фестивале үтте.

Унда төрлө жанрҙа - вокал, хореография, хор йыры, нәфис һүҙ, мода театры һ.б. меңдән ашыу бала ҡатнашты.

«Таланттар планетаһы» балалар ижадын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү фонды уның ойоштороусыһы булды.

Стәрлебаштар - Рәйлә Хәбибуллина етәкселегендә Балалар ижад йортоноң «Бейеү планетаһы» бейеү берләшмәһе лә ошо абруйлы конкурс-фестивалдә ҡатнашты. «Иртәнге зарядка» заманса бейеүен башҡарып, улар I дәрәжә Дипломанттар булды. Дипломдан тыш, һәр бейеүсе ойоштороусыларҙан Рәхмәт хаты алды. Афарин!

Был талантлы балаларҙың ижади бейеклектәрҙе беренсе яулауы түгел. Уҙған йыл декабрҙә «Ҡышҡы Стәрлетамаҡ» Бөтә Рәсәй конкурсында йәш бейеүселәр 64 ҡатнашыусы араһында үҙ номинацияларында дүртенсе урын яуланы. Рәйсә МУСИНА.

Фото Балалар ижад йорто сайтынан алынды.


Читайте нас: