Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Ғинуар 2019, 12:25

Балалар иртәләре бик шәп һәм күңелле үтте

Яңы йыл - әкиәт һәм мөғжизә байрамы, ул бүләктәр, яңы өмөттәр һәм ышаныс бүләк итә. Һәр бала уны түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

Стәрлебаш ауылының Балалар ижад йортонда Яңы йыл алдынан хәйриә сараларын үткәреү кеүек изге традиция йәшәй. Яңы йыл байрамдары алдынан беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ, райондың төрлө ойошмалары һәм учреждениелары, реабилитация үҙәгенән балалар өсөн беҙҙең коллектив ысын тылсымсылар булараҡ сығыш яһаны һәм улар һәр баланың теләген тормошҡа ашырырға тырышты.

Байрамда Яңы йыл тамашаһында ҡатнашыусылар әйлән-бәйлән уйнаны. Ҡыҙҙар һәм малайҙар әкиәт донъяһына сумғандай булды: Белладонна, Фунтик, Сыщик һәм 2019 йыл символы - Свинка Пеппа менән осрашты. Геройҙар балаларҙы уйындар менән ғәжәпләндерҙе һәм шатландырҙы. Әлбиттә, байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде, улар кескәйҙәрҙе бүләктәр менән һөйөндөрҙө. Тамаша күңелле йырҙар, музыка, бейеүҙәр һәм конкурстар менән үрелеп барҙы. Әкиәт персонаждары балаларға күңелһеҙләнергә бер минут ваҡыт бирмәне. Байрамда ҡатнашыусылар бихисап ыңғай тәьҫораттар, яҡшы кәйеф һәм тәмлекәсктәр алды.

Байрам бер тында үтте, ә геройҙар бүләккә көслө алҡыштар, шат йылмайыуҙар һәм рәхмәттәр алды!

Балалар ижад йортоноң ижади коллективы өлкәндәрҙең хәстәрлегенә һәм иғтибарына мохтаж һәр балаға байрам кәйефе бүләк итте. Һәм бындай иртәләр беҙҙә бер нисә тапҡыр булды. Йәғни, 100ҙән ашыу бала һәм өлкәндәр һәйбәт кәйеф һәм бүләктәр ала алды. Бынан тыш, беҙҙең педагогик коллектив үҙәк шыршыны асыуҙа әүҙем ҡатнашты. Белгестәр әкиәт персонаждары костюмдарында төрлө уйындар үткәреп, йыйылыусыларға ысын байрам бүләк итте.


Читайте нас: