Сара район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровтың сығышы менән башланды. Унда ул уҙған йылға йомғаҡ яһаны, яңы йылға пландар билдәләне, ветерандарға рәхмәт белдерҙе, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, уңыштар, сәләмәтлек, бәхет һәм именлек теләне. Артабан Фәнүр Зөфәр улы Яңы йыл байрамына район үҙәге һәм ауылдарҙы биҙәүгә тырышлыҡ һалғандарҙың барыһына ла Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Шулай уҡ уға Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуға эшҡыуар - бағыусылар: Гөлнара Исхаҡова, Тамара Иванова, Камилла Фәйзуллина, Ләйлә Абайҙуллиналар ярҙам итте.
Муса Ноғоманов (юл ремонт-төҙөлөш идаралығы), Марат Фәйзуллин («Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП), Венер Иҙрисов (ГИП-Электро), Айҙар Сәхипгәрәев (урман хужалығы) Рәхмәт хаттары алды. Ауыл биләмәләрендә боҙ ҡаласығын иң яҡшы биҙәгән өсөн Стәрлебаш ауыл биләмәһенә Гран-при тапшырылды. Шулай уҡ Ҡуғанаҡбаш, Ҡарағош, Ямғырсы, Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәләре билдәләнде. Шәхси эшҡыуарҙар араһында Руслан Фәйзуллин, Тамара Иванова, Эдуард Йомадилов биналарҙың тышын һәм уларҙың тирә-яҡ территорияларын иң яҡшы биҙәгәндәре өсөн, шулай уҡ Стәрлебаш ауылынан Юлиә Киселева һәм Айрат Фәрхшатов - өйҙәрен иң матур биҙәгәндәре өсөн бүләкләнде.
Ошо уҡ көндө Фәнүр Зөфәр улы районыбыҙҙың йәш спортсылары Игнатий Афанасьев менән Тимур Афанасьевҡа саңғы комплекты (саңғы, ботинкалар һәм таяҡтар), ә Амаль Латиповҡа - сертификат бүләк итте. Шулай уҡ «Мираҫ» ансамбленә алты гармун бүләк ителде. Шатлыҡтарынан, ансамблдә ҡатнашыусылар, шунда уҡ уларҙа уйнап күрһәтте һәм шулай итеп, залда ултырыусыларға музыкаль бүләк яһаны.
Боҙ һындар конкурсында үҙәк район дауаханаһы коллективының ижадына тиңдәр булманы. Гран-при уларҙа. Шулай уҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе, район элемтә узелы, Пенсия фонды идаралығы, китапхана һәм «Жилищник» йәмғиәте призерҙар булды.
Ойошмалар араһында төп фигуралар номинацияһында, әлбиттә, барыһы ла - 1-се, 2-се урта мәктәптәр һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы, ә иң яҡшы байрамса биҙәү Балалар ижад йорто, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, район ветеринария станцияһы һәм район Мәҙәниәт йорто үҙенсә айырылып торҙо, ә Гран-при - Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш филиалында.
Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа коррекция мәктәп-интернаты, ер кадастр палатаһы, башланғыс мәктәп, М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы, газ хеҙмәте, 1, 2 һанлы балалар баҡсалары һәм район ветеринария станцияһына район хакимиәте Дипломдары һәм бүләктәре тапшырылды. Реабилитация үҙәге һәм Балалар ижад йорто үҙенсәлеклектәре менән айырылды. «Йыл символы» конкурсында 4 һанлы балалар баҡсаһы еңеүсе тип танылды.
Бүләкләү тантанаһынан һуң сара концерт менән дауам итте. Рөстәм Ғәлиев, «Серебряночка» халыҡ вокаль ансамбле, Флүрә Арыҫланғолова, «Умырзая» халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, «Моң шишмә» фольклор коллективы һ.б. башҡарыуында музыкаль сығыштарҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Сара аҙағында, традиция буйынса, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу барыһын да Яңы 2019 йыл менән ҡотланы. Матур үткәрелгән сара өсөн ойоштороусыларҙың һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерге килә. Ул тамашалы булды һәм барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте.
Гөлдәр Ғәфиева. А. ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.