Уҙған йылдың декабрь айы аҙағында Стәрлебаш ауылында Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар стелаһына веноктар һалыу булды.
Был сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова, Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы Эдуард Денисов, Ҡораллы Көстәр ветерандары Әҙхәт Ғәлиев һәм Рәфис Ишморатов, шулай уҡ локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Йыйылыусылар хәрби бурысын үтәгәндә ғүмерҙәрен фиҙа ҡылғандарҙың барыһын да исемләп бер минут тын тороп иҫкә алды, әлеге быуын патриотизм һәм тыуған илгә һөйөү рухында тәрбиәләнергә тейеш тип билдәләнеләр.
Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.