Бөтә яңылыҡтар
Саралар
28 Декабрь 2018, 18:26

«Киреһенсә Яңы йыл»

«Башҡортостан» Дәүләт концерт залында үткән республиканың төп шыршыһына путевканы йөҙләгән бала алды. Улар араһында беҙҙең райондан Первомайский урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Сабрина Шәрәфетдинова, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Айҙар Маннанов һәм Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Алина Ҡарамышева.

Бында йыйылған балалар ижади һәләттәре менән генә талантлы түгел. Уларҙың барыһы ла - олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм яҡшы уҡыусылар, йәки спорт ярыштары чемпиондары. Был осраҡта бүләк уңышҡа тап килә тип әйтергә мөмкин. Дәртле флеш-моб - шыршы тирәләй яратҡан йәнһүрәт геройҙары менән әйлән-бәйлән - ойоштороусыларҙың балалар өсөн әҙерләгән сағыу тамашаның бер өлөшө генә. Быйыл уларҙы Башҡортостандың беренсе ҡатын-ҡыҙы Каринэ Хәбирова, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова ҡотлап, балалар менән бергә әйлән-бәйлән уйнаны.

Ә залда балаларҙы байрамдың төп өлөшө - «Киреһенсә Яңы йыл» тамашаһы көтә ине. Килеүселәрҙең күбеһе быны тәүге тапҡыр күрә - иҫ киткес ҙур декорациялар, сағыу костюмдар һәм 3D проекция. Сюжет та үҙенсәлекле булған. Йәй ҡыш менән ыҙғыша, ә Ҡарһылыу йәй тураһында барыһын да белгән ҡыҙ менән урынын алмаша. Әммә әкиәт һәйбәт тамамлана.

Ойоштороусыларҙан тыш, Стәрлебаш балаларын яҡташыбыҙ, Өфө ҡала округының Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Рәил Абдрахманов та ҡотлап, татлы бүләктәр тапшырған. Балалар әйтеүенсә, барыһы ла бик һәйбәт булған. Күргәндәре уларға яңынан-яңы ҡаҙаныштар яуларға ҡанатландырған.

Рәйсә МУСИНА.

Р.ҒИЗЗӘТУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: