Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Декабрь 2018, 11:30

Яңы йыл шыршыҡайы янында...

Йома көндө кисен райондың үҙәк майҙанында боҙ ҡаласығын рәсми асыу булды, ул бер нисә аҙнала әкиәт иленә әүерелде.

Майҙанға билдәле сәғәттә халыҡ бик күп йыйылғайны. Өлкәндәр ғәйәт бейек шыршыҡай эргәһендә йөрөп, боҙ һындарға һоҡланғансы, балалар рәхәтләнеп шыуғалаҡтарҙан шыуҙы. Музыка уйнаны, өҫтән ҡар бөртөктәре төштө һәм ергә аҡ бәрхәт балаҫ булып түшәлде...

Ҡунаҡтарҙы күңелле әкиәт персонаждары ҡаршыланы. Төп геройҙар - Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҙа балаларҙың шатлығын уртаҡлашырға килде.

Байрамда йыйылыусыларға район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итеп, стәрлебаштарға Яңы йылда именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм уңыштар теләне.

«Бер, ике, өс - шыршыҡай, ҡабын!» тип барыһы ла бергә ҡысҡырғандан һуң матур Яңы йыл шыршыһында уттар ҡабынды. Байрамда ҡупшы шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнанылар. Бала саға шулай уҡ «Болғар» йәштәр клубы, Балалар ижад йорто белгестәре һәм ирекмәндәр тарафынан ойошторолған уйындарҙа ҡатнашты.

Оҙаҡламай район үҙәгендәге Боҙ ҡаласығы стәрлебаштарҙың һәм район ҡунаҡтарының иң яратҡан урындарының береһенә әүереләсәк. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа боҙ һындарға һаҡсыл ҡарарҙар һәм зыян итмәҫтәр тип ихлас ышана уны булдырыусылар.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: