12 декабрь - РФ Конституцияһы көнөндә Стәрлебаш районы буйынса миграция мәсьәләләре бүлегендә тантаналы рәүештә паспорттар тапшырылды. Был үҫмерҙәрҙең тормошонда ҙур һәм тулҡынландырғыс ваҡиға, уларҙың үҫеп, үҙ аллы тормошон билдәләүсе факт.
Миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция майоры Филүс Мифтахов дүрт үҫмергә паспорт тапшырып, уларҙы ошо ваҡиға менән ҡотланы. Шулай итеп, был көндө беҙҙең районда йәшәүсе Галина Соболева, Айнур Бәҙретдинов, Гөлзәнә Нәзирова, Дамир Әхмәтшин (һүрәттә) тулы хоҡуҡлы граждандар булды. «Болғар» клубы вәкилдәре шулай уҡ уларҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе паспорт алыуҙары менән тағы бер тапҡыр ҡотлап, Рәсәй Федерацияһы гражданы исемен һәр ерҙә ғорурлыҡ менән йөрөтөүҙәрен, граждандар бурыстарын намыҫлы башҡарыуҙарын, һәйбәт уҡыуҙарын һәм үҙ халҡының, бөйөк илебеҙ мәнфәғәтендә эшләүҙәрен теләге килә. Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.