Уҙған кесаҙна көндө район Мәҙәниәт йортонда Театр йылын рәсми асыуға бағышланған сара булды. Тантаналы өлөш театр тарихы һәм уның беҙҙең район өсөн әһәмиәте менән ҡыҫҡаса таныштыруҙан башланды, был турала Зөлфиә Ғиззетдинова мәғлүмәт бирҙе. Ысынлап та, театр - үҙенсәлекле, юғары һәм байрамса күренеш. Уның актерҙары тылсымлы һәм мөғжизәле башҡа донъянан кеүек күренә, ә ҡайһы саҡ ролдәрҙә беҙ үҙебеҙҙе, таныштарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы күрәбеҙ. Театр сәхнәлә булдырылған һәм ҡуйылған билдәле әҫәрҙәрҙең бөйөклөгөн аңларға ярҙам итә.
Артабан һүҙ район Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиеваға бирелде. Ул ҡыҫҡаса ғына театрҙың үҫеш тарихы һәм Стәрлебаш районынан сыҡҡан билдәле актерҙар тураһында һөйләне. Сарала йыл дауамында спектаклдәрҙә төрлө ролдәр башҡарған райондың бик күп үҙешмәкәр актерҙарына: иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн - Минзәлә Сабитова, Әлиә Назарова, Минекәй Нәзирова, Роза Рәхмәтуллина, Айгөл Йәрмиева, Флүзә Мәрҙәнова, Зөлхизә Әсәҙуллина, Линария Мөхәмәтйәнова, Гөлнара Йәнғолова, Роза Хәйбуллиналарға, иң яҡшы ир-егеттәр роле өсөн - Фәнүр Хөсәйенов (Табылды ауылы), Линар Ғәфиәтуллин, Ирек Мостафин, Наил Заһиҙуллин, Таһир Баҙарбаев, Азамат Ғәбиҙуллин, Вилсур Мөхәмәтйәнов һәм иң яҡшы бала роле өсөн - Тимур Рысаевҡа Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң яҡшы эпизоотик ролдәрҙе Земфира Әхмәтшина һәм Асия Әхтәмова башҡарҙы. Спектаклдәрҙә иң яҡшы музыка биҙәлеше - Тәтер-Арыҫлан ауыл мәҙәниәт йортонан Гүзәлиә Мөхәмәтшинала һәм Табылды ауылынан халыҡ коллектив театрында. Уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ауыл мәҙәниәт йорттарының театр коллективтары араһында Иҫке Ҡалҡаш, Тәтер-Арыҫлан, Ямғырсы, ауыл клубтары араһында - Өсөгән-Әсән һәм Тормай коллективтары иң яҡшы өсәү иҫәбендә. Район Мәҙәниәт йортоноң «Эстәрле» халыҡ театры М.Кәримдең «Киске табын» спектаклен уңышлы ҡуйғаны, шулай уҡ «Театр - яҙмыштар көҙгөһө» район театр фестивален ойошторғандары өсөн ойоштороу комитетының Рәхмәт хаты, театр сәнғәтен үҫтереүгә һөнәри һәм шәхсән өлөш индергәне өсөн театр етәксеһе Зөлфиә Ғиззетдинова Диплом менән бүләкләнде. Р.Х.Ғәлиева оҫта актерҙарға, шулай уҡ йәш таланттарға ижади уңыштар теләне. «Ата-әсәләрҙе һайламайҙар» спектаклен уңышлы ҡуйғандары өсөн Әлмира Ибраһимова етәкселегендә «СТБ-театр»ы халыҡ йәштәр театры Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Тантаналы өлөш тамамлағандан һуң, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтар араһында «Театр - яҙмыштар көҙгөһө» район конкурсында еңеүсе Иҫке Ҡалҡаш ауыл мәҙәниәт йортоноң театр коллективы башҡарыуында «Әсә күңеле - балала» (С.Латипов) спектакле күрһәтелде.
...Кемдер телевидение, компьютер һәм Интернет заманында театр үҙ әһәмиәтен юғалтты тип иҫәпләй, әммә күптәр бының менән килешмәй. «Тормош - театр, ә ундағы кешеләр - актерҙар» тип яҙған ҡасандыр Шекспир. Тап шуға ла, театр һәр ваҡыт йәшәйәсәк. Ул - тормош көҙгөһө, уны ҡарау һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Ә заманса театр - үҙ сағылышыңды күреү, бер аҙ күңелһеҙләнеп алыу йәки үҙеңдән көлөү урыны ул.
Гөлдәр ҒӘФИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.