Бөтә яңылыҡтар
Саралар
14 Декабрь 2018, 11:46

Йәш таланттар тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы

Стәрлебаш ауылындағы Балалар ижад йортоноң «Дебют» балалар театры» берләшмәһендә шөғөлләнеүселәр октябрь айында Ҡазан ҡалаһында үткән XVIII Халыҡ-ара конкурсында - «Көнсығыш әкиәте» музыка- сәнғәт ижады фестивалендә ҡатнашты.

Конкурс «Триумф» ижади берләшмәһе тарафынан булдырылған һәм «Санкт-Петербург дипломдан һуң белем алыу академияһы» һәм Елена Образцованың халыҡ-ара музыка академияһы ярҙамында Ҡазан балалары һәм йәштәре эштәре комитетының информацион ярҙамында үтте. Сараны тантаналы асыуҙа Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм милли сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Таһир Ғәлимйән улы Һаҙыев йыйылыусыларҙы шәхсән сәләмләне.

Конкурсҡа илдең төрлө ҡалаларынан бик күп ҡатнашыусылар килгәйне. Уларҙың бөтәһе лә юғары әҙерлек кимәле күрһәтте. Беҙҙең райондан Балалар ижад йортонда шөғөлләнеүсе Айҙар Маннанов менән Диана Ғәлиева дуэты педагог Әлмира Ибраһимова етәкселегендә «Нәфис һүҙ» номинацияһында ҡатнашты (һүрәттә). Улар 10-12 йәш төркөмөндә I дәрәжә лауреат, шулай уҡ «Артистизм өсөн» жюри ағзаларының махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Конкурстан һуң Ҡазан ҡалаһы мәҙәниәте һәм тарихы менән танышыу мөмкинлеге булды. Балалар Ҡазан Кремлендә, Татарстан Республикаһының Милли музейында, Ҡазан легендалары һәм әкиәттәре музейында булды.

Конкурс-фестиваль даирәһендә шулай уҡ фәһемле мастер кластар үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар Ҡазанда бүләктәр, Дипломдар, матур фотоһүрәттәр һәм һәйбәт тәьҫораттар ғына түгел, кәрәкле белем дә алып ҡайтты.

Шулай уҡ, октябрь айында Стәрлетамаҡта Поэзия һәм һуғыштарҙа яу яланында һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу көнө даирәһендә республика шиғыр уҡыусылар конкурсы үтте. Конкурсты Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы ойошторҙо, унда республиканың ҙур ҡалалары һәм райондарынан 470тән ашыу кеше ҡатнашты.

Был сарала Балалар ижад йорто педагогы Әлмира Ибраһимова етәкселегендә «Дебют» балалар театры берләшмәһендә шөғөлләнгән Камилла Гәрәева, Айҙар Маннанов һәм Диана Ғәлиева беҙҙең райондың данын яҡланы. Конкурсанттарҙың шиғырҙарында ҡот осҡос, ҡанлы һуғыштарҙа улдарын һәм ҡыҙҙарын юғалтҡандарҙың йөрәк яраһы әрнеүе сағылғандай булды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең уҡыусылар I һәм II лауреаттар булды.

Ошо ике сараға тиклем Өфө ҡалаһында «Юннат-2018» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Шулай уҡ «Юннат йәрминкәһе» булды, унда орлоҡ, үҫентеләр, ауыл хужалығы продукцияһын, бал, сувенирҙар һатыу һәм алмаштырыу булды, тауарҙарға реклама яһалды һәм юннаттарҙың традицион рецептары буйынса әҙерләнгән продукция һәм аш-һыу ауыҙ итеп ҡаралды. Йәрминкәлә быйыл райондың Балалар ижад йорто педагогтары тәүге тапҡыр ҡатнашты. «Мичурин-томаттар-2018» республика конкурсы финалы - күргәҙмәнең үҙенсәлекле номинацияһы булды. Ошо конкурста ҡатнашып, беҙҙең педагогтар араһынан Л.Г.Хәкимова «Иң яҡшы тәм» номинацияһында еңеүсе булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм киләһе конкурстарҙа еңеүҙәр теләйбеҙ!


Эльвира ҒӘЛИЕВА, Балалар ижад йорто методисы.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: