Бөтә яңылыҡтар
Саралар
11 Декабрь 2018, 11:33

«Изге юлдан барабыҙ»

Ошо көндәрҙә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация филиалында «Изге юлдан барабыҙ» темаһына әкиәт персонаждары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша үтте.

Әлеге сараны реабилитация үҙәге тәрбиәселәре Рита Ишбулдина, Роза Сәғҙәтгәрәева һәм Зөлфиә Фәтҡуллиналар әҙерләне һәм үткәрҙе. Был көндө унда Бишбүләк, Миәкә, Ишембай, Федоровка райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ундан ашыу бала һәм үҫмер сәләмәтлеген нығыта.

Хәйләкәр бесәй һәм Шаян клоун ҡатнашлығында күңел асыу программаһы бик мауыҡтырғыс булды, балалар конкурстарҙа, уйындарҙа, викториналарҙа теләп ҡатнашты.

Сағыу биҙәлеш, төрлө-төрлө костюмдар, күңелле музыка, тәрбиәселәрҙән бүләктәр, иҫтәлеккә фотоға төшөү - быларҙың барыһы ла байрам мөхите булдырҙы, балаларҙа бихисап онотолғоһоҙ, шатлыҡлы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: