Бөтә яңылыҡтар
Саралар
4 Декабрь 2018, 11:27

Һәр ғаилә бәхетле булһын

Йыл дауамында райондың ауыл биләмәләрендә, сиратлап, киң күләмле «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы үтте, унда бихисап ғаиләләр үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Уларҙың һәр береһе тураһында гәзиттә яҙғайныҡ. Ә күптән түгел район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Ғаилә йылына йомғаҡ яһау һәм Әсәйҙәр көнөнә бағышланған тантана булды.

- Әсәй булыу - оло бәхет һәм ҙур яуаплылыҡ. Беҙ әсәйҙәребеҙгә сикһеҙ бурыслы. Аҡыллы кәңәштәре, ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Ошо матур байрамда иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова.

Артабан сәхнәгә ағымдағы йылда бишенсе тапҡыр әсәлек бәхетен кисергән - Әлиә Әһлиуллина, Евгения Хөсәйенова, шулай уҡ ике игеҙәк - Рания һәм Данияның әсәһе Илнара Дәүләтшина саҡырылды. Уларҙың сабыйҙары һау-сәләмәт булып үҫһен һәм бихисап шатлыҡлы мәлдәр бүләк итһен. Уларға йәш артистар - «Йондоҙсоҡтар» бейеү ансамбле (4 һанлы балалар баҡсаһы), Милена Йосопова, «Бейеү планетаһы» бейеү берләшмәһе, «Дебют» балалар театры үҙҙәренең сығыштарын бүләк итте.

Артабан «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсында еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү булды. Мәҫәлән, «Алтын ғаилә» номинацияһында Маһитап һәм Ғүмәр Байморатовтар, Нурия һәм Хәйҙәр Ишембәтовтар, Фроза һәм Мөхтәр Вахитовтар, Вәсимә һәм Ғәбделкәбир Нуримановтар, Люциә һәм Рәшит Әбүләевтар, Әминә һәм Хәйҙәр Сәхипгәрәевтар, Рәмзиә һәм Хәбибрахман Солтановтар еңеү яуланы. Бер нисә тиҫтә йыл бергә ғүмер кисергән, балалар тәрбиәләп үҫтергән ошо парҙар, һис шикһеҙ, ҙур хөрмәт һәм һоҡланыу уята.

Дәртле, әүҙем, шат күңелле Ләйсән һәм Наил Зариповтар, Сөмбөл һәм Рафаил Йосоповтар, Әлмира һәм Илгиз Ибраһимовтар, Рәйлә һәм Илнур Әсфәндийәровтар, Альбина һәм Ирек Фәхриевтар «Йәш ғаилә» номинацияһында еңеүсе булды.

Эшһөйәрлектәре, таланттары һәм ярҙамсыл булғандары өсөн ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған Гөлнур һәм Салауат Насировтар, Римма һәм Тәлғәт Шәриповтар, Фәрзәнә һәм Рәфис Синәғоловтар, Айһылыу һәм Радмир Кирәевтар, Лилиә һәм Фәнзил Ишембәтовтар, Наталья һәм Илфат Мусиндар «Ауыл ғаиләһе» исеменә, Наилә һәм Илсур Рысаевтар, Зинфира һәм Йәмил Собханғоловтар, Фирүзә һәм Флорид Иҫәнсуриндар, Маһинур һәм Хәлләф Хөбөтдиновтар, Сәғетдиновтар ғаиләһе, Раҡыя һәм Мансур Ғәйнуллиндар, Ирина һәм Вячеслав Петровтар «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһына эйә булды.

Ҙур ғаилә, уңайлы йорт, балаларҙың һәм ейәндәрҙең шатлыҡлы ауаздары - «Күп балалы ғаилә» номинацияһында еңеүселәрҙең бәхетле булыуҙарының иң төп сере. Уға Әлиә һәм Линар Әһлиуллиндар, Әлфира һәм Илдус Моратовтар, Нурсилә һәм Айрат Ғәфиәтуллиндар, Флүрә һәм Рәшит Ғәлиевтар, Резеда һәм Венер Рәжәповтар, Люциә һәм Альфред Фәйзуллиндар, Светлана һәм Радмир Ишбирҙиндар, Лилиә һәм Мөнир Хисамовтар лайыҡ булды.

Байрам Гала-концертында улар Дипломдар һәм бүләктәр генә алып ҡалманы, таланттарын да күрһәтте. Уларҙың ижади номерҙары байрамға ихлас мөхит өҫтәне.

Тантана район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм район гәзите тарафынан ойошторолған «Иң яҡшы автор» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды. Тәлғәт Исмәғилев (Табылды ауылы), Әлфира Ғатауллина (Йәшергән) һәм Ирәндек Собханғолов (Ҡабыҡҡыуыш) был конкурста еңеүсе булды. Уларҙың Ғаилә йылы темаһына бағышлап яҙған һәм гәзиттә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре башҡа бик күп эштәр араһында иң яҡшыһы тип танылды.

Был сара изгелек, һөйөү, әсәлектең ысын байрамына әүерелде һәм сираттағы тапҡыр йәнәшәбеҙҙә өйҙәрендә һәр кемгә йылы һәм уңайлы булған, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаған һәм ышаныс, тоғролоҡтоң ҡәҙерен белгән күпме матур ғаиләләр булыуын дәлилләне. Уларҙың йорттарында һәр ваҡыт балаларҙың шатлыҡлы көлөүе яңғырап торһон, бәхет һәм ҡыуаныс хөкөм һөрһөн!

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: