Вадик һәм Арсен капитандары етәкселегендә «Ҡарсыға» һәм «Ыласын» тигән ике команда конкурсҡа етди әҙерләнгән. Һәм, барыһын да сәләмләгәндән һуң, иң яҡшы һөҙөмтәләр өсөн көс һынашырға кереште. Күңелле старттар уйын барышында бихисап эстафеталар команданың дуҫ һәм берҙәм булыуын күрһәтте. Улар араһында эстафетала ҡатнашыусылар башҡарыуында музыкаль паузалар һәм фекерләүгә телдән конкурстар булды. Төрлө йәштәге балалар үҙ көстәрен, мәргәнлеген, зирәклеген, логикаһын һәм отҡорлоғон күрһәтте.
Һөҙөмтәлә, барлыҡ конкурстарҙан һуң, ике команда ла бер үк күләмдә мәрәй йыйыуҙары һәм... дуҫлыҡ еңеүе асыҡланды. Музыкаль фанфаралар һәм көслө алҡыштар менән командаларға татлы бүләктәр тапшырылды.
Дуҫлыҡ мөхитендә үткәрелгән спорт ярыштары ҡомарлы һәм мауыҡтырғыс үтте һәм конкурста ҡатнашыусыларҙа бихисап ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һәм балаларҙың бәхет-шатлыҡтан осҡон сәсеп торған күҙҙәрен күреү - иң яҡшы бүләк! Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәр бала ла юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә белә һәм ала!
«Күңелле старттар» дәртле һәм хәрәкәтсән бейеүҙәр менән тамамланды.