Бөтә яңылыҡтар
Саралар
6 Ноябрь 2018, 13:27

Балаларҙың хәүефһеҙлеге - өлкәндәр хәстәре

Һәр кем осҡондо янғын сыҡҡансы һүндерергә кәрәклеген беләлер, моғайын. Бала ғүмере хәүефһеҙлеге һәм уның сәләмәтлеген һаҡлау - балалар баҡсаһында иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Өҫтәүенә, уны хәүефтәрҙән һаҡлауҙан тыш, балала хәүефле хәл-шарттар тураһында дөрөҫ күҙаллау булдырыу, үҙен дөрөҫ тота белергә өйрәтеү мөһим.

Беҙҙең балалар баҡсаһында йыл һайын ата-әсәләр, тәрбиәләнеүселәр менән янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек буйынса эш үткәрелә. Өлкәндәр менән бергә «Балаларға янғын тураһында», «Хәүефһеҙлек утрауҙары» стендтары эшләйбеҙ, конкурстар, һүрәттәр күргәҙмәләре, фәһемле саралар үткәрәбеҙ.

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса айлыҡ даирәһендә беҙҙең балалар баҡсаһында күптән түгел «Йәш янғын һүндереүселәр» янғын хәүефһеҙлеге буйынса сираттағы сара үтте. Байрамға Стәрлебаш ауылының 90 һанлы янғын һүндереү часы начальнигы Мәжит Яҡшысаров килде.

Уҡыуҙарҙа беҙҙең йәш янғын һүндереүселәр зирәк, ҡыйыу һәм уйлап эш итә белеүҙәрен күрһәтте. Янғынды һүндерҙе, ҡырағай хайуандарҙы уттан ҡотҡарҙы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, шиғыр һөйләне һәм янғын һүндереүселәр тураһында йыр башҡарҙы. Байрам аҙағында Мәжит Ғәзиз улы кескәйҙәрҙе йәш янғын һүндереүселәр мәктәбен уңышлы үтеүҙәре менән ҡотлап, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәһәң был нимәгә килтереүе тураһында һөйләне, тәрбиәләнеүселәрҙе ҡыйыулыҡтары һәм етеҙлектәре өсөн миҙалдар менән бүләкләне. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла саранан онотолғоһоҙ тәьҫораттар алды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.

Резида ХӘЙБУЛЛИНА, 3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: