Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Ноябрь 2018, 11:36

Ошо тормош мәктәбен үткәндәр һәр саҡ алғы сафта

Комсомол. Ҡасандыр был һүҙ миллиондарса йөрәкте тулҡынландыра. Уға төрлө төҙөлөштәр, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, Ватанды һаҡлау, һуғыш тарафынан емерелгән халыҡ хужалығын тергеҙеү, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм тағы ла меңдәрсә ғәйәт ҙур эштәр бәйле була. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында ошо ҡеүәтле йәштәр ойошмаһы юҡҡа сыға. Әммә реформасылар уға оҡшаш бер ниндәй ҙә яңы ойошма булдыра алмай.Ағымдағы йылда тотош Рәсәй буйынса ветерандарға хөрмәт күрһәтеп, комсомолдың быуатлыҡ юбилейын билдәләргә ҡарар иткән ил етәкселегенә рәхмәт белдерге килә. Беҙҙең районда ла комсомол йылъяҙмаһынан данлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөләр. Ошо әһәмиәтле датаға бағышланған тантана район Мәҙәниәт йортонда дүшәмбе көндө үтте. Ҡәҙерле ҡунаҡтар араһында район комсомол комитетында төрлө вазифаларҙа эшләгәндәр, комсомол ойошмалары секретарҙары, шулай уҡ йәшлектәре комсомолдың сәскә атҡан осорона тура килгән ВЛКСМ ағзалары булды.

Тантанаға килеүселәрҙе матур кейенгән район үҙәге башланғыс мәктәбе уҡыусылары бер рәткә теҙелеп ҡаршыланы һәм сәләмләне, ә ирекмәндәр ҡасандыр популяр булған комсомол йырҙарын башҡарып, комсомолдың 100 йыллыҡ логотибы менән значоктар һәм буклеттар таратты. Сараға айырыуса мөхит өҫтәп, фойела Балалар сәнғәт мәктәбе преподавателдәренән торған инструменталь ансамбль башҡарыуында төрлө йылдарҙағы комсомол йырҙарының көйҙәре яңғыраны. Теләгән һәр кем район китапханаһы һәм М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге район тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә менән таныша алды. Беренсе комсомолдар исемдәре һәм уларҙың биографиялары, фотоһүрәттәре менән стендтар, ВЛКСМ район комитеты байрағы, комсомол билеттары һәм значоктар, интеротряд һәм төҙөлөш отрядтары тураһында китаптар... Уларҙы ҡарағанда комсомол тарихы уның мөһим һәм мөһим булмаған биттәре, ваҡиғалары менән күҙ алдына асыҡ килеп баҫты. Ошонда уҡ был көндө ирекмәндәр сафтарын тулыландырған уҡыусылар теҙелеп баҫты. Таныҡлыҡтарҙы уларға район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров тапшырҙы. Кисәгә килеүселәр ошонда уҡ тәмлекәстәр менән сәй эсте. Быны улар өсөн «Болғар» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

... Тамаша залында барабандар ҡаҡҡан тантаналы тауыш ишетелде, һәм йәш армиясылар элекке район комсомол ойошмаһының ҡыҙыл байрағын индерҙе. Йыйылыусылар уларҙы аяҡ өҫтө баҫып ҡаршыланы.

Сараны асып һәм йыйылыусыларҙы ошо әһәмиәтле байрам менән ҡотлап, Ф.З.Туҡтаров комсомол тарихы - беҙҙең һәм илебеҙ тарихының айырылғыһыҙ өлөшө комсомолдың йәштәр авангарды булыуын билдәләне.

- Мин шул данлы ваҡыт өсөн ғорурмын, беҙ йәштәрҙе социаль әһәмиәттәге эшмәкәрлеккә йәлеп итеп, уның ысын ҡиммәттәрен тәрбиәләп бик мөһим һәм изге эш башҡарғанбыҙ тип уйлайым. Беҙ, һис шикһеҙ, үҙебеҙҙең комсомол уҙғандары менән ғорурланабыҙ, әммә илебеҙҙең данлы тарихы онотолорға тейеш түгел, ул илебеҙҙең бөгөнгө йәш быуынының яңы эштәре менән дауам итергә тейеш, - тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы.

Ул күптән түгел үткән «Комсомолдан айырылмайым, мәңге йәш булам!» комсомол йырына район конкурсында еңеүселәргә һәм призерҙарға Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Билдәләп үтергә кәрәк, сарала бик күп конкурсанттар-вокалсылар ҡатнашты. Коллективтар ҙа, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа булды. Бихисап сағыу, тамашалы сығыштар күрһәтелде, улар әлеге тантананы биҙәне.

Байрам сараһында шулай уҡ Стәрлебаш ауылында тыуып үҫкән, меценат, бик күп китаптар, «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» популяр проекты авторы, иҡтисад фәндәре докторы, «Башроснефть» нефть эшкәртеү заводының бүлек начальнигы Наил Мәжит улы Мәхмүтовҡа «Стәрлебаш районының Почетлы гражданины» юғары исеме бирелде.

Әйтергә кәрәк, Н.Мәхмүтов - район тарихында ошо почетлы исем бирелгән кешеләрҙең иң йәше. Әммә уның эштәре күп нимә тураһында һөйләй. Наил Мәжит улы тыуған районына ҙур матди ярҙам күрһәтә. Яҡташтарына бер нисә китап баҫтырып сығарырға, район үҙәге мәктәптәренә - ҡар таҙартыу техникаһы һәм уҡыу өсөн кәрәкле аппаратура һатып алыуҙа ярҙам итә. Үҙе тиҫтәгә яҡын китап баҫтыра, шул иҫәптән уҡыған мәктәбе, тыуған ауылы тураһында ла. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, ветерандар өсөн бер нисә тапҡыр район гәзитенә яҙылыу квитанцияларын түләй. Тормошта ауыр ваҡытта мөрәжәғәт иткән һәр кемгә даими ярҙам ҡулы һуҙа.

Таныҡлыҡ һәм ҡыҙыл таҫманы уға район Советы рәйесе Юнир Рысаев тапшырҙы (өҫтәге һүрәттә).

- Минең наградаларым күп. Әммә быныһы минең өсөн - иң ҡәҙерлеһе. Сөнки - ул яҡташтарымдан, - тине Наил Мәжит улы. - Уны мин аванс булараҡ ҡабул итәм, киләсәктә лә тыуған районыма ярҙам итергә тырышасаҡмын. Ә уның халҡына - минең хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн айырыуса рәхмәт белдерәм. Рәхмәт һеҙгә!

Сәхнәгә район коммунистар етәксеһе Мансур Хөббөтдинов күтәрелде.

- Комсомол уның сафтарында булғандарға бик күп нимә бирҙе, тине ул. - Ул һәр ваҡыт алдынғы позицияларҙа булды, йәштәрҙе бөйөк эштәргә илһамландырҙы, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, фашист илбаҫарҙарынан яҡлау, төрлө төҙөлөш эштәре... Был тормош мәктәбен үткәндәр һәр ваҡыт юғары маҡсаттарға ынтылып, уға иреште. Уҙған йылдарҙағы бөтә етәкселәр - комсомолда тәрбиәләнеүселәр. Беҙ уның сафтарында булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - Мансур Ғатаулла улы ветерандар төркөмөнә ВЛКСМдың 100 йыллығына сығарылған юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә элекке комсомол лидерҙары Рәшит Рафиҡов, Сәғитйән Ғабсаттаров, Хәмит Исмәғилев, Йәғәфәр Хисмәтуллин, Рафаэль Бакиров, Фәрит Вахитов, Мөнир Ишморатов, Әлфиә Ғәлләмова, Иван Ефремов, Хәлимә Ғәлиева, Таһир Баҙарбаев, Наил Мәхмүтов.

Йылы ҡотлау һүҙе менән йыйылыусыларға ВЛКСМ район комитетының элекке беренсе секретары Йәғәфәр Хисмәтуллин мөрәжәғәт итте. Ул, бик күп тиҫтерҙәре һәм коллегалары кеүек үк, иң сағыу хәтирәләре комсомолда эшләү осорона бәйле булыуын билдәләне. Комсомолдың ҡыҙҙар һәм егеттәргә ни тиклем ыңғай йоғонто яһауын дәлилләүсе бер нисә миҫал килтерҙе. 1976 йыл, уның әйтеүенсә, район өсөн бик уңышлы була. Бөртөклөләрҙе урып-йыйыу эштәрендә өлкәндәр менән бер рәттә «Күндерәк» колхозында комбайнсы ярҙамсыһы булып 8 класс уҡыусыһы Рамаҙанов эшләй. Комбайнсы сирләп киткәс, егет үҙе штурвал артына ултыра. Ул юғары һөҙөмтәләр күрһәтә һәм район комсомол комитеты үтенесе буйынса «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, өлкәндәрҙең күптәре был миҙалға лайыҡ була алмай әле. Шул ваҡытта районға килгән журналист Гөлфиә Юнысова тарафынан ошо егет тураһында хатта поэма яҙыла. Йәки районда «Алтын башаҡ» билдәһе менән бүләкләнгән берҙән-бер кеше - Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Рим Собханғоловты, йәиһә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ленин ордены менән бүләкләнгән Геннадий Кузьминды, РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайланған Фәнил Бакировты алайыҡ.

Й.Хисмәтуллин шулай уҡ үҙе эшләгән йылдарҙа фотоһүрәттәре почет таҡтаһынан төшмәгән хеҙмәт алдынғыларын, активистарҙы һанап сыҡты.

Район тарихында ВЛКСМдың XXI съезы делегаттарының береһе Наил Мәхмүтовтың сығышы ҡыҙыҡлы булды.

- Мин ябай комсомол булдым, - тине ул. - Институттан һуң мине Иглинға эшкә ебәрҙеләр. Әммә фатир булмағанлыҡтан, миңә эш кабинетында йәшәргә тура килде һәм көн-төн тип тормайынса ниндәй ҙә ваҡытта юрист сифатында бихисап проблемалары менән килеүселәрҙе ҡабул иттем. Был миңә кешеләр менән тиҙ танышырға, улар араһында үҙ кеше булырға, уларҙың мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлашырға булышлыҡ итте. Шулай килеп сыҡты, улар мине алты райондан съезға делегат итеп күрһәтте.

Наил Мәжит улы съездан, шул саҡтағы ил етәкселәре Горбачев һәм Легачев, патриарх Алексей һәм башҡаларҙың сығыштарынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Сығыш яһаусылар араһында был көндө шулай уҡ элекке комсомол лидерҙары Рәшит Рафиҡов, Илдар Лоҡманов, Хәлимә Ғәлиева һәм башҡалар булды. Улар төрлө йылдарҙа район, ойошмалар, учреждениелар менән етәкселек иткән, эштәрендә ярҙамлашҡандарҙың барыһына ла: Фәрит Ҡәйүпов, Фәрит Вахитов, Иван Бушин, Мансаф Шәйәхмәтов, Хөсәйен Шәриповтарға һ.б. ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе. Улар эш йылдарына бәйле тәҫораттары менән уртаҡлашты. Комсомол башлыҡтарының күбеһе ваҡыт үтеү менән төрлө тармаҡта етәксе булып эшләүҙәрен билдәләнеләр.

Уларҙың хәтирәләре кисәне алып барыусыларҙың комсомол тарихы, уның ордендары, эштәре һәм хәрби батырлыҡтары менән ВЛКСМды данлаған йәштәр тураһында һөйләүҙәре менән үрелеп барҙы. Улар араһында концерт номерҙары, фото һәм видео слайдтар күрһәтелде. Тамашасылар йәшлек йылдарында популяр булған йырҙарҙы тыңланы, уларға ҡушылып йырланы, фотоһүрәттәрҙән йәш, дәртле, һылыу Стәрлебаш активистарын таныны.

Өс сәғәт һиҙелмәй үтеп китте. Йыйылыусылар йәшлек йылдарына - йәштәр ил тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ниндәй ҙә эшкә яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаған, эшһөйәрлек, батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, фиҙаҡәрлек, тырышлыҡ күрһәткән онотолғоһоҙ ваҡытҡа әйләнеп ҡайтҡандай булды. Быларҙың барыһы ла ил һәм комсомол йылъяҙмаһында яҙылған. Ул данлы осор булған. Ил киләсәге өсөн ҡурҡмайынса, ул яҡты, изге һәм имен булыр тип ышанып йәшәр өсөн әлеге йәштәр ҙә атай-олатайҙарынан үрнәк алһын ине.Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: