Бөтә яңылыҡтар
Саралар
28 Сентябрь 2018, 14:24

Янғын хәүефһеҙлеге тураһында - кесе йәштән

Балаларҙың хәүефһеҙлеге заманса йәмғиәттә һәр ваҡыт көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора. Балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ, шуға ла уларҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү, янғындарҙа йәрәхәтләнеүҙәрҙе профилактикалау - беҙҙең төп бурыс.

Уҙған аҙнала 90 һанлы янғын һүндереү часының шәхси составы район үҙәгенең 4 һанлы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен эвакуациялау буйынса практик күнекмәлә ҡатнашты. Был янғын осрағында учреждение хеҙмәткәрҙәренә күнекмә маҡсатында үткәрелде. Йәнәһе лә, балалар баҡсаһы бүлмәләренең береһендә янғын сыҡҡайны. Шартлы янғынды күргәс мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәре планға ярашлы бинанан кешеләрҙе эвакуациялай башланы. Бер нисә минутта бөтәһе лә бинаны ҡалдырып хәүефһеҙ урынға йыйылды. Барлығы эвакуацияла 130ға яҡын кеше ҡатнашты - был балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм хеҙмәткәрҙәре. Янғын-тактик күнекмә барышында 90 һанлы янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Азат Кәлимуллин тарафынан «Бина янған осраҡта тәрбиәселәрҙең ғәмәлдәре» темаһы буйынса учреждение персоналы менән әңгәмә үткәрелде. Шулай уҡ, эвакуация сығыу урындары, янғын сигнализацияһы системаһы тикшерелде, балаларҙы һәм персоналды эвакуациялау буйынса күнекмә үткәрелде. Бындай саралар балалар баҡсаһында даими үткәрелә.

Шулай итеп, күнекмә уңышлы үтте. Артабан кескәйҙәр балалар баҡсаһы эргәһендә янғын һүндереү машинаһын ҡараны. Янғын һүндереүселәр кескәйҙәргә үҙ эштәре тураһында һөйләп, янғын техник ҡоролма һәм эш ҡоралдарын күрһәтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға шартлы янғынды һүндереү ныҡ оҡшаны. Был балалар өсөн ысынлап та уйын кеүек кенә булғандыр, моғайын. Әммә, уларҙың «Ҙур ҡыҙыл машинанан» сағыу тәьҫораттар ғына түгел, янғын мәлендә үҙеңде нисек тотоу буйынса практик оҫталыҡтар ҙа ҡалыр тип ышанабыҙ, ә был беҙҙең эштә шулай уҡ ғәйәт ҙур ғәмәл.

Земфира КӘРИМОВА, Стәрлебаш ауылының 4 һанлы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.


Читайте нас: