Бөтә яңылыҡтар
Саралар
25 Сентябрь 2018, 11:48

Ғаилә - бөйөк мөғжизә

Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе, ул беҙҙең өй, атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Улар - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар - көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

Ғаилә йылы даирәһендә райондың мәҙәни-ял итеү учреждениеларында бихисап саралар үткәрелә. Уҙған йома көндө ошондай күркәм сараларҙың береһе БР «Ғаилә» Көньяҡ-Көнбайыш район-ара үҙәге» учреждениеһы һәм район биләмә-ара китапханаһы ярҙамында ойошторолдо. Унда райондан бер нисә ғаилә командаларға бүленеп, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашты. Әкиәтте һүҙһеҙ күрһәтеү, ә башҡаларға уны танып-белеү заданиеһы командалар өсөн иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр, моғайын (һүрәттә). Бында ҡатнашыусылар ҙур фантазия күрһәтте. Йыйылыусыларҙың барыһы ла яҡшы кәйеф, ыңғай тәьҫораттар алды. Конкурстар һәм уйындар араһында ғаилә тураһында матур йырҙар яңғыраны, яттан белгәнлектән уларҙың барыһына ла балалар ҡушылып йырланы. Китапханала йылы, ғаилә мөхите хөкөм һөрҙө.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: