Бөтә яңылыҡтар
Саралар
18 Сентябрь 2018, 11:23

Әйҙә йүгер, Стәрлебаш!

Йүгереү байрамы спортсыларҙы ғына түгел, әүҙем ял яратыусыларҙы, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлыларҙы ла йыйҙы. Был көндө уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары, студенттар, етәкселәре менән бергә хеҙмәт коллективтары, спорт ветерандары стартҡа баҫты. Унда ҡатнашыусылар 1-2 километр дистанцияға йүгерҙе.

Сараны асып, ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров сәләмләне. Беренсе булып стартҡа иң бәләкәй төркөм - башланғыс класс уҡыусылары баҫты. Улар 1 километрҙы берҙәм йүгереп үтте. Әйткәндәй, уларҙың береһе лә дистанциянан сыҡманы, афарин! Улар артынан өлкән класс уҡыусылары йүгерҙе. Һәм, ниһайәт, учреждениелар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә, район ауыл биләмәһе вәкилдәренә лә сират етте. Район дауаханаһы коллективы күмәк булыуҙары менән таң ҡалдырҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре стартҡа плакаттар менән баҫты. Сарала ҡатнашыусылар берҙәм һәм тырышып йүгерҙе. Сарала ғаиләләре менән ҡатнашыуҙары һөйөнөслө: кескәйҙәре әсәйҙәре йәки атайҙары менән бергә йүгерҙе. Сара башланыр алдынан һәр ҡатнашыусы махсус номер алды, ә ул тамамланғас был атрибутты үҙенә иҫтәлеккә ҡалдырҙы.

Иң әүҙем һәм спортсы командалар Кубоктар һәм Грамоталар менән бүләкләнде. Уларҙы башланғыс, Стәрлебаш ауылының 1-се һәм 2-се урта, Первомайский, Йәлембәт урта мәктәптәре уҡыусылары алды. Хеҙмәт коллективтары араһында райондың медицина һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе преподавателдәре - үҫеп килеүсе быуын өсөн һәйбәт үрнәк күрһәтте һәм уларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр алды! Ауыл биләмәләре араһында Стәрлебаш ауыл Советы вәкилдәре, шулай уҡ ямғырсылар һәм баҡыйҙар һәйбәт физик әҙерлек күрһәтте.

Спорт байрамы унда ҡатнашыусыларға спорт һөйөүселәрҙең әүҙемлеге менән генә түгел (был сарала 700ҙән ашыу кеше ҡатнашты), дуҫлыҡ һәм изгелек мөхите менән дә хәтерҙәрендә ҡаласаҡ. Алған күтәренке кәйеф, дәрт-дарман уларға оҙаҡҡа етер, тип уйлайбыҙ, ә иң яҡшыһы, йышыраҡ ошондай сараларҙа осрашырға кәрәк, дуҫтар!
Читайте нас: