Бөтә яңылыҡтар
Саралар
4 Сентябрь 2018, 12:07

Һау бул, матур һәм ҡояшлы йәй миҙгеле!

Августың һуңғы шәмбеһендә стәрлебаштар һәм ҡунаҡтар йырҙар һәм уйындар менән йәйҙе оҙатты. Көслө ел менән иртәнге болотло һауа торошо сәғәт 11-гә планлаштырылған «Ғаилә менән ял» сараһын ойоштороусыларҙың бер аҙ кәйефен ҡырҙы, әлбиттә. Әммә, күпмелер ваҡыттан ҡояш сығып, сағыу нурҙарын һибеү менән байрам башланғас көн матурланды.

Сараның башында 15 августа үткән сәскәләр фестивалендә еңеүселәрҙе тантаналы ҡотлау булды. Төрлө номинацияларҙа ойошмалар һәм предприятиелар араһында: район ветстанцияһы, 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре, башланғыс мәктәп, реабилитация үҙәге, үҙәк район дауаханаһы, район биләмә-ара китапханаһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, район тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты, «Ғаилә» үҙәге, Пенсия фонды идаралығы, ветерандарҙың «Моң шишмә» фольклор коллективы, «Серебряночка» халыҡ ансамбле, Буҙат ауыл мәҙәниәт йорто призлы урындар яуланы. Коллективтарҙан тыш, конкурста район халҡы ла ҡатнашты. Улар шулай уҡ «Бәйләнештә» социаль селтәрендә фотоһүрәттәрен ҡуйҙы. Бына еңеүселәрҙең исемдәре: Айгөл Мәннәнова, Нургөл Әхмәтшина, Рәйлә Ғайсарова, Фәрзәнә Усманова, Нурзидә Шәрипова, Айгөл Фәрхшатова, Сәриә Арыҫланова. Афарин! Улар йылдан йыл ошо байрамдан ситтә ҡалмай, әүҙемлек күрһәтеп, яңы һәм көтөлмәгән композициялары менән таң ҡалдыра.

Артабан сәхнәгә йәш һәм үҙешмәкәр артистар сыҡты. Район Мәҙәниәт йорто һәм Балалар ижад йорто белгестәре тарафынан әҙерләнгән концерт барғансы, уйын майҙансығында балалар күңел асты. Ҡыҙыҡһыныусан бала-саға өсөн үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре фәһемле викторина үткәрҙе, Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге «БР буйынса 14 һанлы янғын һүндереү хеҙмәте» учреждениеһы менән берлектә шулай уҡ һорауҙар менән викторина үткәреп, балаларҙың ут менән уйнауы нимәгә килтереүен иҫкәртте, беренсел янғын һүндереү саралары менән нисек ҡулланырға кәрәклеге тураһында һөйләп, янғын һүндереүсенең кейемен кейеп, үҙҙәрен ысын янғын һүндереүсе тип хис итергә тәҡдим итте.

«Болғар» учреждениеһы белгестәре һәм ирекмәндәр көс һәм мәргәнлектәрен күрһәтергә саҡырҙы. Еңеүселәргә татлы бүләктәр тапшырылды. Төш ваҡытына парктың бер өлөшө төрлө төҫтәргә күмелеп, буяуҙар фестивале башланды. Йыйылыусылар бер-береһен һәм тирә-яҡтағыларҙы йәйғор төҫтәренә биҙәне! Ә кисен йәштәр өсөн дәртле дискотека ойошторолдо.

Өс ай каникул үтеп тә китте. Алда - сираттағы уҡыу йылы. Киләһе йәй беҙгә тағы ла күберәк ҡояшлы һәм йылы көндәр бүләк итер тип ышанабыҙ!
Читайте нас: