Самауыр, тәмле сәй, татлы бал, гүзәл сәскәләрҙең хуш еҫтәре... Күҙҙәреңде йомоп, үҙеңде ҡайҙалыр урманда, бесән сапҡандан һуң мәтрүшкәле сәй эсеп ултырған кеүек хис итәһең. Бында нимә генә юҡ! Ҙур георгиндар, петуниялар, көнбағыштар, алһыу һәм сағыу ҡыҙыл розалар. Ә күпме дарыу үләндәре, емеш-еләк, бал! Республикабыҙҙың тәбиғәте ни тиклем бай булыуына ғәжәпләнерлек. Күрһәтелгән ижади композициялар үҙенсәлектәре, һәм әлбиттә, бай фантазия менән айырылып тора ине. Сәскә гөлләмәләренең төрлөлөгө һәм күплелегенә генә түгел, йәшелсә-емештәрҙән эшләнгән әйберҙәргә лә һоҡланып бөтөрлөк түгел.
Конкурс программаһы ике этапта үтте. Беренсе этапта район халҡы «Бәйләнештә» социаль селтәрендә конкурсты ойоштороусының сәхифәһенә «Һоҡланғыс түтәл», «Иң яҡшы сәскәлек», «Диңгеҙ аръяғы емеше» номинацияларында үҙҙәренең фотоһүрәттәрен ебәрә алды. Еңеүсе «лайктар» иҫәбе буйынса асыҡланды. Икенсе этапта жюри ағзалары - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Суфьянова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Ғәлиева, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Г.Ҡаҙаҡбаева, флорист-дизайнер Г.Арыҫланова ҡатнашыусыларҙың эштәрен баһаланы. Күрһәтелгән композициялар «Сәй мөйөшө», «Флористика сәнғәте» номинацияларында баһаланды. Был йүнәлештәргә сәскәләр генә түгел, дарыу үләндәре, емеш-еләк, бал йәрминкәһе, йәшелсә-емеш тә инде. Ҡатнашыусылар теләгән һәр кемде үләнле хуш еҫле сәй менән һыйланы, уларҙың шифалы сифаттары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, йәшергәндәрҙә тотош фитобар булды, ә үҙәк район дауаханаһы коллективы шифалы үләндәрҙең үҙенсәлеге тураһында хатта шиғыр ҙа сығарған. Күпселек композициялар Ғаилә йылына бағышланды, егелгән арбала уңыш йыйып ҡайтып килгән ғаилә айырыуса иҫтә ҡалды, ул ветерандарҙың «Моң шишмә» фольклор коллективы тарафынан күрһәтелде. Эйе, уларҙың фантазияһына көнләшерлек ине - барыһы ла ентекле уйланылған. Шулай уҡ райветстанция коллективы бик ҡыҙыҡлы «Фермер хужалығы» композицияһын күрһәтте. Бында коллектив хеҙмәткәрҙәренең баҡсалаларында үҫтергән барлыҡ йәшелсәләре ҡулланылғандыр, моғайын. Ҡабаҡтан өй, картуфтан сусҡа бәрәстәре, брокколи кәбеҫтәһенән һарыҡ бәрәстәре, ташҡабаҡтан ат - күҙ яуын алырлыҡ! Пенсия фонды идаралығының ҡайын түмәрҙәренән композицияһы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Һәр кем жюри ағзаларын ниндәйҙер үҙенсәлекле әйбер менән ғәжәпләндерергә тырышты. Реабилитация үҙәге коллективы хатта иртән иртүк урманға бәшмәккә барып ҡайтҡан, һәм юҡҡа түгел, «Урман буйында» композицияһы бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡайны. Ә ветерандарҙың «Серебряночка» халыҡ вокаль ансамбле, 21 дарыу үләненән һәм музыкаль сәләмләүҙән тыш, жюри ағзаларын коллективта ҡатнашыусы Ғәлиә Фәтҡуллинананың баҡсаһында үҫтергән ҙур, татлы ҡарбузы менән хайран ҡалдырҙы. Уҙған йылдағы кеүек үк, район үҙәгенең башланғыс мәктәбе, уҡыусыларын сәскәләр менән сағыштырып, композициялар тураһында үҙенсәлекле таныштырыуҙары менән айырылып торҙо. Ә педагог Э.Мостафаева сәскә феяһы образында сәскәнән үк килеп сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында барыһын да һөйләп бөтөп булмай. Ҡатнашыусылар тарафынан күрһәтелгән матурлыҡты үҙ күҙҙәрең менән күрер өсөн бындай байрамға мотлаҡ килергә кәрәк.
Яңғыҙ башҡарыусылар һәм райондың үҙешмәкәр артистары байрамға йәм өҫтәне. З.Әсәҙуллина, Р.Ғәлиев, Х.Ғәфиәтуллина, Г.Ғәлиева, А.Ибраһимова һәм башҡалар тамашасыларға моңло йырҙар бүләк итеп, уларҙың кәйефен күтәрҙе, ә улар иһә, сығыш яһаусыларға ҡушылып, дәртле көйҙәргә бейергә төштө. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа шул тиклем һәйбәт әҙерләнгән, жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел булмаҫ тип уйлайбыҙ. Уларҙы бүләкләү 25 августа 11 .00 сәғәттә Еңеү паркында буласаҡ.
Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы. Башҡа фотолар гәзит сайтында.