Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Июль 2018, 10:54

Урамдың 60 йыллыҡ юбилейын билдәләнеләр!

«Ни өсөн кешеләр, мәктәп тамамлау уңайынан, ауылдарҙың юбилейҙарын ғына билдәләйҙәр? Бына беҙҙең Йәштәр урамының да әһәмиәтле датаһы - уға нигеҙ һалыуға 60 йыл», - тиҙәр айҙарәлеләр һәм урамдарының юбилейын бергәләп, берҙәм билдәләйҙәр.

Байрамды ирле-ҡатынлы Сәйрә һәм Йосоп Хәкимовтар ойоштора, улар ике ауылдашы - Мәхмүт Ҡадиров һәм Тимерғәли Низаметдинов менән бергәләп 1958 йылда ауыл ситендә өйгә нигеҙ һала. Улар Йәштәр тигән яңы урамда тәүге йорт һалып сыға. Ул өйҙәр, әлеге йорттар кеүек түгел, ә утһыҙ һәм бер ниндәй уңайлыҡһыҙ, һалам башлы, ҙур булмаған бишкә биш метрлы була. Ә һарайҙары тал сыбығынан үрелеп, балсыҡ менән һылана. Хәҙер бындай һарайҙарҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Эсер һәм хужалыҡ ихтыяждары өсөн һыуҙы ауыл халҡы Дмитриевка йылғаһынан ташый.

Сара тураһында алдан көнөн һәм ваҡытын күрһәтеп Интернет аша хәбәр итәләр. Һәм билдәләнгән ваҡытҡа урамда республиканың төрлө мөйөштәренән осрашыуға ҡунаҡтар йыйылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке һәм әлеге күршеләрен, йәштәрҙе һәм ололарҙы бергә йыйырға хыялланған Сәйрә апай ғына унда булманы. Ағымдағы йыл башында мәкерле сир уны туғандарынан мәңгелеккә айыра.

Байрамды урамға нигеҙ һалыусы Йосоп Хәкимов асты. Йыйылыусыларҙы сәләмләп, ул Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттар уҡыны. Артабан һүҙ уның улы Мәлик Хәкимовҡа, ауыл биләмәһе башлығы Сабирйән Хәкимовҡа, Мөслимә Лотфуллинаға бирелде. Кисәне мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сығыштары биҙәне. Уларҙың моңло йырҙарын йыйылыусылар бик йылы ҡабул итте һәм ихлас күңелдән алҡышланы.

Тантаналы өлөштән һуң килгән ҡунаҡтар һәм урындағы халыҡ Йосоп Миңлеғәли улының урамында өҫтәл әҙерләп, байрамды шунда дауам итте. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҙмышы, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында һөйләне, ауылда йәшәгән йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, йырлап, күңел асты. Ошо йылдарҙа яҡты донъя менән хушлашҡан илленән ашыу күршеләрен бер минут тын тороп иҫкә алдылар, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйттеләр, шулай уҡ йыйылыусылар осрашыуға алып килгән фотостендтарҙағы, альбомдарҙағы фотоһүрәттәрҙе рәхәтләнеп ҡараны. Бында иҫке аҡлы-ҡаралы ла, яңы төҫлө фотолар ҙа бар, уларҙан ҡыҙҙар һәм малайҙар, ғаилә ағзалары, сал сәсле өләсәй һәм олатайҙар ҡарап тора. Был фотоһүрәттәр - үҙе бер тарих, унда кешеләрҙең бала, үҫмер сағы һәм әлеге тормошо сағыла һәм уларҙы бер урам берләштерә. Был - быйыл 60 йәшен билдәләгән Йәштәр урамы. Ошо урамда әле йәшәүселәр һәм оло тормош юлына сығарған кешеләр өсөн бындай байрам традицияға әүерелер тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото М.Хәкимов тарафынан бирелде.
Читайте нас: