Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Июль 2018, 11:43

Бында тырыш һәм күңелле ял итә белгән ихлас халыҡ йәшәй

Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдары араһында урынлашҡан «Түңәрәк күл» тип аталған ялан һәр ваҡыт ошо ике ауыл халҡының иң яратҡан урындарының береһе була. Элек-электән бында тирә-яҡтан йәштәр йыйылып, киске уйындар ойоштора. Шуға ла ул һәр кемгә ҡәҙерле, айырыуса, өлкән быуынға. Күптән түгел ауылдаштар тарих һәм йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған ерҙә нәҫел тамырҙарын барлау, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү, туғандары һәм яҡындары менән осрашыу өсөн Шәжәрә байрамына йыйылды.

Элек-электән Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдары халҡы ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлап, татыу һәм берҙәм йәшәй. Улар иген үҫтерә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Тырышып эшләгәндән һуң, күңелле һәм файҙалы ял да итә белә улар. Был юлы ла, барлыҡ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, туғандары һәм яҡындары менән осрашып - күрешергә, хәтирәләре менән уртаҡлашырға бик күп яҡташтар йыйылды. Матур биҙәлгән тирмәләр, милли аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәлдәр, бихисап фотостендтар сараны биҙәне генә. Тирмәләр эргәһендә ҡаҙандарҙа яңы һуйылған һарыҡ итенән бешерелгән аш еҫе, тирә-яҡҡа тәмле шашлыҡ еҫе таралды. Сауҙа нөктәләре төрлө аҙыҡ-түлек тәҡдим итте.

Ялан уртаһында, сәхнә эргәһендә, ике ауыл тарихы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, алдынғы баҫыу һәм ферма хеҙмәтсәндәре тураһында бик күп стендтар ҡуйылғайны. Урындағы оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре - шәлдәр, яулыҡтар, бәйләнгән төрлө сағыу әйберҙәр күргәҙмәһе ауылдар халҡының маһирлығы һәм эшһөйәрлеге тураһында һөйләй ине. Уларҙың байрамға ентекле әҙерләнгәндәре күренеп тора. Күптәр сарала ҡатнашыусыларҙы үҙ нәҫелдәре менән таныштырыу маҡсатында матур итеп биҙәлгән шәжәрәләрен элгән. Яланда күңелле музыка, ихлас көлөүҙәр һәм бала-сағаның шат ауаздары яңғыраны.

Изге һүҙҙәр менән Идик Яҡупов байрамға фатихаһын бирҙе. Сәләмләү һүҙе менән Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Э.А.Денисов мөрәжәғәт итте.

- Һеҙҙең ауылдарығыҙҙың тарихы бай. Бында егәрле һәм ихлас күңелле халыҡ йәшәй. Районыбыҙҙы тотош республикаға данлаған ошо ауылдарҙа тыуып-үҫкән билдәле яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Йәштәр ата-балаларының изге эштәрен дауам итер тип ышанам, - тине Эдуард Анатольевич. Ул байрамды үткәреүгә өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Йыйылыусылар Ибраҡай һәм Мәҡсүт ауылдары тарихынан ҡыҙыҡлы факттар һөйләгән Идик Яҡупов һәм Зәйтүнә Мөхәмәтйәрованың сығыштарын иғтибар менән тыңланы.

Элек-электән беҙҙең халыҡта өлкәндәргә хөрмәт күрһәтеү йолаһы йәшәй. Был байрамда ла сәхнәгә ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Мәҡсүт ауылынан Мөкәрәмә инәй Мөхәмәтйәрова һәм Ибраҡай ауылы ағинәйе Миникамал инәй Яҡупова (93 йәш) саҡырылды. Улар ауыр һуғыш йылдарында тракторсы булып эшләгән. Башҡортостан Республикаһының Халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Миңлехәнә Баһауетдинова уларға һәм байрамды ойоштороусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Ағымдағы йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителеүҙе иҫәпкә алып, байрамда 50, 60 йыл татыу ғүмер кисергән ғаилә парҙарын - Мөкәрәмә һәм Ғилемйән Мөхәмәтйәровтар (Мәҡсүт ауылынан), Фатима һәм Ғәбделхаҡ Сәфәрғәлиевтар, Венера һәм Тимерхан Ғабдуллиндар, Флүрә һәм Вәғиз Сабитовтар, Мәфтуха һәм Рафаэль Хәсәновтар, Венера һәм Мостафа Сәлиховтар, Рәйсә һәм Идик Яҡуповтар, Хәлимә һәм Фәйез Аллағоловтарҙы (Ибраҡай ауылынан) ҡотланылар. Улар байтаҡ йылдар тыуған ерҙәрендә намыҫлы эшләгән.

Артабан һәр нәҫел, ә улар аҙ түгел ине, ҡыҙыҡлы һәм матур итеп, музыкаль номерҙар менән үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Һәр ауылда тыуған ерен данлаған лайыҡлы кешеләр бар. Бәләкәй генә Мәҡсүт ауылы халҡы шундай билдәле шәхестәре менән ғорурлана. Улар араһында ғүмерен тыуған еренә бағышлаған Ғәли ағай Әһлиуллин бар. Байтаҡ йылдар ул агроном булып эшләй, артабан «Стәрле» колхозына етәкселек итә. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Фирҙәүсиә Әһлиуллина - республиканың атҡаҙанған табибы, бик күп йылдар Өфө ҡалаһында «Дуҫлыҡ» балалар шифаханаһында баш табип булып эшләй. Зәки Мөхәмәтйәров та шулай уҡ үҙен медицинаға бағышлай, Ҡазан ҡалаһында эшләй. Марат Мәүлетбирҙин, Мансур Дәүләтшин - хәрбиҙәр. Әһлиуллиндар, Мөхәмәтйәровтар һәм Мәүлетбирҙиндар нәҫел тамырҙары тураһында ентекле һөйләне. Әйткәндәй, ауылдаштар Мәүлетбирҙиндар араһында оҙаҡ йылдар Башҡортостан буйынса Федераль янғын хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау Идаралығы начальнигы Рәсим Абдуллинды күреп ғорурланды. Байрамға ул атаһы Миҙхәт ағай менән килгән. Тамырҙары менән улар беҙҙең Стәрлебаш еренән икән.

Ибраҡай ауылы ла шулай уҡ бик күп билдәле кешеләр үҫтерә. Улар - БР атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, РФ халыҡ мәғарифы отличнигы, педагогия фәндәре кандидаты Нурфәйез Баһауетдинов, техник фәндәр кандидаты Шамил Әминов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Ашҡаҙар» радиоһы мөхәррире, тапшырыуҙар алып барыусы Фәнүзә Баһауетдинова, шәхси эшҡыуар Илһам Ғәлиев, әйткәндәй, ул ошо сараның төп инициаторы, «Башҡортостан» гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Ирек Ғәлиев, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының үҙәк аппараты бүлеге начальнигы Азамат Муллағолов һ.б. Ибраҡайҙар улар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Был көндө Ғәлиевтар, Баһауетдиновтар, Ғабдуллиндар, Яҡуповтар һәм Рәжәповтар үҙ шәжәрәләре менән таныштырҙы. Был оҙаҡ ваҡыт талап итһә лә, берәү ҙә таралышырға ашыҡманы. Артабан өлкәне лә, кесеһе лә төрлө халыҡ уйындарында ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр алды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, байрамды ойоштороуҙа күптәр, атап әйткәндә, Сафа Яҡупов (Ибраҡай ауылы старостаһы), Фәнилә Әсфәндийәрова, Әнисә Мөхәмәтйәнова, Фәнүзә Баһауетдинова, Флүрә Насирова һ.б. бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.

Халҡыбыҙ йолаһы буйынса был көндө иртә менән ҡорбан салынды. Ашнаҡсылар тәмле аш бешерҙе. Байрам аҙағында һәр кем аштан ауыҙ итә алды һәм самауырҙан хуш еҫле сәй менән һыйланды. Ә кисен күптәр яланда бейеп, күңел асырға йыйылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам бик матур үтте!

***

Миҙхәт АБДУЛЛИН, 81 йәш, ҡунаҡ:

- Тыумышым менән Иҫке Ҡалҡаш ауылынан. Беҙ, Мәҡсүт, Ибраҡай һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдары халҡы, барыбыҙ ҙа бер тамырҙан, электән дуҫ йәшәнек. Республика радиоһы аша Шәжәрә байрамы тураһында ишетеп килдем әле. Йәшлек дуҫтарым менән осрашыуға бик шатмын. Байрамды ойоштороусыларға һәм килеүселәргә рәхмәт.

Фирҙәүсиә ӘҺЛИУЛЛИНА, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы:

- Байрамдан бик ҡәнәғәтмен. Ауылдаштарымды, бала саҡ дуҫтарымды күреп, осрашҡандан һуң, ысын күңелдән һөйөндөм, шул уҡ ваҡытты ҙур тулҡынланыу кисерҙем. Ошондай ғәжәйеп матур сарала тәүге тапҡыр ҡатнашам. Ойоштороусыларға рәхмәт.

Гөлназ ҒӘЛИЕВА, «Һылыуҡай-2009» конкурсында Гран-при яулаусы:

- Байрам, әлбиттә, матур үтте. Әммә мин, тәү сиратта, тыуған ерендә төпләнеп, ошо ауылда йәшәүселәргә рәхмәт белдергем килә. Иртә таңдан алып, төнгә тиклем тырышып тир түккән кешеләр арҡаһында ауылдар йәшәй, сәскә ата, тыуып-үҫкән еребеҙҙә тормош дауам итә.

Гөлгөнә БАҺАУЕТДИНОВА, «Башҡортостан гүзәле - 2017» Гран-при эйәһе, «Бирешмә!» сериалында ҡатнашыусы:

- Мин өлкән быуын кешеләрен ҡотлап, уларға йыр башҡарыуыма шатмын. Бында минең Фәрзәнә өләсәйем йәшәй. Мин ҙур теләк менән уға ҡунаҡҡа ҡайтып, ауылда саф һауа һулап, үләндә ялан аяҡ йөрөп, мунса инеп, көс туплап, рәхәтләнеп ял итеп, йәнә ижадҡа тотона алыуым менән бәхетлемен!

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотолары.


Читайте нас: