Өс көн элек «Донъя йүгереүе» эстафетаһы беҙҙең район территорияһына килеп етте. Федоровка районы сигендә ҡулына факел тотҡан йүгереүселәрҙе район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, район спорт комитеты рәйесе Р.Л.Яруллин, район спортсылары ҡаршыланы. Ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге ҡыҙҙар икмәк-тоҙ, бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән ҡунаҡсыл һыйланы. Баянсылар ансамбле аккомпанементына Сөмбөл Йосопова башҡарыуында башҡорт бейеүе осрашыуға айырыуса тантаналыҡ өҫтәне.
Факелды Федоровка районы хакимиәте башлығы Венер Насретдинов тотоп йүгереп килде, ул, үҙ сиратында, уны коллегаһы - Фәнүр Зөфәр улына тапшырҙы. Эстафетаның көнбайыш тармағы координаторы Николай Егоров: «Ут кешелектең тыныслыҡҡа өмөтөн кәүҙәләндерә. Беҙ һәр кемде гармонияға һәм берҙәмлеккә, бер-береһенә ҡарата изгелекле булырға саҡырабыҙ», - тине.
Ошо проекттың авторы - билдәле йәмәғәт һәм гуманитар эшмәкәре, спортсы һәм тыныслыҡ яҡлы Шри Чинмой. Эстафета булдырылған мәлдән, 1987 йылдан алып, унда бер нисә миллион кеше ҡатнашҡан. Рәсәй был халыҡ-ара акцияға бер аҙ һуңыраҡ - 90-сы йылдар башында ҡушыла. Ағымдағы йылда Төмән ҡалаһында ике төркөм булдырыла. Уларҙың береһе көнсығышҡа, икенсеһе - көнбайышҡа йүнәлә. Көнбайыш тармағында ҡатнашыусылар 21 сентябрҙә, Халыҡ-ара Тыныслыҡ көнөндә, Ставрополдә финишҡа инәсәк. Көнсығыш тармағының тантаналы финишы август аҙағында Владивостокта була.
«Донъя йүгереүе» эстафетаһының район этабы Ҡарағош-Стәрлебаш-Тәтербаш-Тормай-Үрге Гөлөм маршруты буйынса үтте. Һәр ауылда уларҙы халыҡ йылы сәләмләне. Эстафетала ҡатнашыусылар уларға ошо йүгереү тураһында һөйләп, «Донъя йүгереүе» гимнын инглиз (ул эстафетаның халыҡ-ара теле һанала), рус һәм башҡорт телдәрендә башҡарҙы. Әлбиттә, теләгән һәр кем факелды тотоп ҡарай, иҫтәлеккә фотоға төшә, ә бәхетлеләр уны тотоп йүгерә алды - улар үҙҙәрен тулыһынса донъя кимәлендәге эстафетала ҡатнашыусы тип иҫәпләй ала.
(Был үҙенсәлекле ваҡиға тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ).
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.