Был көндө «Орленок»та ял иткән балалар мауыҡтырғыс сәйәхәт - «Сәләмәтлек илен эҙләп» библиоквест ҡылды. Сараның девизы: «Мин һаулығымды һаҡлап, үҙ-үҙемә ярҙам итәм» тип аталды. Сәләмәтлек иленә балалар йәйәүләп барҙы, берсә һикереп, еңелсә йүгереп тә алды. Ял иткәндә һаулыҡ тураһында мәҡәлдәр, китаптар менән танышты, йомаҡтар систе, интеллектуаль уйындар уйнаны, ял минуттары үткәрҙе. Бына шундай уйын формаһында ҡыҙҙар һәм малайҙар һаулыҡты һаҡлау, дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү, көн режимын үтәү кеүек сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһим ҡағиҙәләрен йәнә иҫкә төшөрҙө.