Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Июль 2018, 17:16

Профессор Марс Юлдашев Ҡаранай ауылында булды

Марс Тимербулат улы Юлдашев - стәрлебаштарға ғына түгел, республикабыҙҙа ла күптәргә таныш Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, юғары квалификациялы хирург, профессор. Сөнки ул - йөҙләгән кешеләр ғүмерен ҡотҡарып ҡалып, медицина үҫешенә шаҡтай ҙур өлөш индергән лайыҡлы хеҙмәт итеүҙең сағыу үрнәге.

Күптән түгел, ул тарих фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нәзир Ҡолбахтин менән бергә Ҡаранай ауылы халҡы менән осрашты. Марс Тимербулат улы яҡташтарына «Ҡаранай батыр вариҫтары» исемле яңы китабын күрһәтеп, ауылдаштарына һәм китапханаға бүләк итте. Уның сығышы Ямғырсы ауыл биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡарыуында концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ Гөлйөҙөм Сәйепова һәм Зөфәр Атанғоловтар башҡарыуында күңелгә үтеп инерлек йырҙар осрашыуға тағы ла йәм өҫтәне. Фәһемле осрашыу үткәргәне өсөн Марс Тимербулат улына Ямғырсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Кәримов һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева рәхмәт белдереп, уға сәләмәтлек, яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләнеләр.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Ф.Кәримов тарафынан бирелде.
Читайте нас: