Бөтә яңылыҡтар
Саралар
6 Июль 2018, 12:10

Сағыу, күңелле һәм дәртле байрам!

Уҙған йома Стәрлебаш ауылында күптәр яратҡан һәм сағыу йәйге байрам - Йәштәр көнө үтте.

Сара спорт ярыштарынан башланды. Спорт һөйөүселәр өсөн «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы һәм 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе майҙансыҡтарында футбол һәм волейбол матчтары үтте. Мини-футбол буйынса алты ауыл биләмәһенән ете команда ҡатнашты. Улар һәйбәт уйын, ҡомар һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте. Уйын йомғаҡтары буйынса өсөнсө урында Ҡуғанаҡбаш спортсылары, икенсе урында - Стәрлебаш район электр станцияһы командаһы, беренсе урында - Стәрлебаш ауыл биләмәһе вәкилдәре. Ә бына район волейболсылары был көндө әүҙемлек күрһәтмәне. Ярышта балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән ни бары ике генә команда ҡатнашты.

Кискә ҡарай спортсыларҙан эстафетаны «Балалар коляскаһы парады» конкурсында ҡатнашыусы йәш ғаиләләр ҡабул итте. Тәүҙә улар икәү генә ине, әммә район Мәҙәниәт йортонан Еңеү паркына парадҡа барғанда тағы ла дүрт ҡатнашыусы ҡушылды. Ата-әсәләр балаларының «транспорт сараларын» нисек кенә биҙәмәгән. Шулай итеп, Сөмбөл Ильясова улын Илдарҙы коляска-тачанкала алып килгән, бәләкәй Урал ваҡытлыса футболсы булған - уның әсәһе Ләйсән Усманова бөгөнгө көндә иң көнүҙәк темаларҙың береһен һайлап, колясканы гофрировкалы ҡағыҙ ярҙамында ҙур футбол тубы менән биҙәгән, ә «газон»ды фетрҙан эшләгән. Йәсминә исемле ҡыҙҙың өс тәгәрмәсле велосипеды ул көндө һауа шарҙарынан күбәләккә әйләнгәйне.

- Яҡынса 25-30 шар һәм бер аҙ ваҡыт талап ителде, - ти уның әсәһе Флүзә Иҙрисова. - Улым Даян да велосипедты биҙәгәнде күреп үҙенең самокаты менән нимәлер эшләү теләге белдерҙе. Йәшел шарҙар ярҙамында беҙ уның ике тәгәрмәсле дуҫын «ҡарышлауыҡҡа» әйләндерҙек.

- Идея минеке, ә бына уны тормош иптәшем Эльдар бойомға ашырҙы, - ти Альбина Рафиҡ ҡыҙы - ҡатырғанан эшләнгән ҙур сыр киҫәге эсендә ҡәнәғәт ултырған «сысҡанҡай» әсәһе. Уларҙың ҡыҙҙары Элина ҡурсағының коляскаһын әкиәттәге кеүек биҙәгән. Нимә тип әйтәһең, афарин, Мифтаховтар, бар ғаиләһе менән әҙерләнгән! Әлбиттә, икенсе тапҡыр биҙәлгән коляскаларҙы күберәк күрге килә. Конкурста ҡатнашыусылар әйтеүенсә, колясканы биҙәүгә ни бары 2-3 сәғәт кенә сарыф ителгән, ә идеяны үҙеңә лә уйларға, шулай уҡ Интернетта эҙләргә мөмкин, теләк кенә булһын. Еңеү паркында ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримова еңеүселәр исемен атаны, әммә был конкурста еңелеүселәр булманы. Коляскаларҙың һәр береһе үҙенсә матур ине. Парадта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла лайыҡлы бүләктәр алды.

Артабан музыкаль программа башланды, һуңынан конкурстар һәм уйындар дауам итте. Уларҙың төп ҡатнашыусылары, әлбиттә, балалар ине. Уйындарҙан тыш, башҡа ҡыҙыҡлы һәм фәһемле саралар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы студент-практиканттары беренсе медицина ярҙамын нисек дөрөҫ күрһәтергә кәрәклеге тураһында һөйләне һәм күрһәтте. Балаларҙың күбеһе янғын һүндереү машинаһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, уның кабинаһында ултырып ҡараны.

Бер аҙ кис төшкәс, иң ҡыҙығы - Холи буяуҙар фестивале башланды, байрамда булғандарҙың барыһы ла йәйғор төҫөнә буялды! Был иҫ киткес тамаша ине! Күбекле шоу ҙа стәрлебаштар күңеленә хуш килде, ул бихисап ыңғай тәьҫораттар һәм күтәренке кәйеф бүләк итте. Сара йөрәк дәртләндергес дискотека менән тамамланды. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрам юғары кимәлдә үтте! Тимәк, уны ойоштороусылар (йәштәр эштәре комитеты, спорт комитеты, «Болғар» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, балалар-үҫмер спорт мәктәбе, район Мәҙәниәт йорто, ЗАГС бүлеге, Балалар ижад йорто, Стәрлебаш ауыл биләмәһе, шәхси эшҡыуар В.Зәйнуллин һәм башҡалар) һәйбәт әҙерләнгән. Ошондай сағыу, күңелле байрамдар йыл һайын ҡабатланып торһон!

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: