Бөтә яңылыҡтар
Саралар
6 Июль 2018, 12:04

Бәхет сере нимәлә?

Ҡарағошта был һорауға яуапты беләләр 22 июндә Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылына бағышланған байрам булды. Ҡарағоштар ҡуғанаҡбаштарға «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы эстафетаһы штандартын тапшырҙы. Сараның инеш өлөшөндә Атанғоловтар ғаиләһе башҡарған матур «Бәпәйем» театр-йыр композицияһы күрһәтелде.

Сараны алып барыусыларҙың (Гөлнара Фәтхетдинова, Линария Мөхәмәтйәнова, Вилсур Мөхәмәтйәнов) сәләмләү һүҙенән һуң Ҡарағош ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Әлфиә Аҡсурина йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Артабан алып барыусылар сәхнәгә Вәсимә һәм Кәбир Наримановтарҙың «Алтын ғаиләһен» саҡырҙы. Сараны алып барыусы Вилсур Мөхәмәтйәнов - Наримановтарҙың ейәне. Ул һөйөклө өләсәй-олатаһына наҙ һәм һөйөү менән ҙур иғтибар бүлде. Уларға ситтән ҡарап тороуы бик тулҡынландырғыс ине. Сөнки улар - ейәндәр һәм оло йәштәгеләр араһында изге мөнәсәбәттәр үрнәге. Ә Кәбир ағай Нариманов барыһын да таң ҡалдырҙы. Уның, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере яҡшы, аҡылы зирәк, тиҙ фекер йөрөтә һәм теремек кенә. Тәүҙә тормоштағы насар күренештәрҙән көлөп, яттан сатирик шиғырҙар уҡыны, артабан, еңел генә атлап сәхнә артынан сәскә гөлләмәһе алып сығып, тормош иптәшенә бүләк итте. Артабан уның өсөн мөхәббәт тураһында түгел, ә һәр хужабикәгә кәрәкле - картуф тураһында йыр башҡарасағын иғлан итте. Һәм йырланы ла! Йыр шул тиклем дәртле башҡарылды, хатта тамашасылар уны көслө алҡыштарға күмде.

Вилсурҙың: «Ғаиләгеҙҙең бәхет сере нимәлә?» тигән һорауына Вәсимә апай: «Мин иремде ныҡ яраттым һәм ҡәйнәмде хөрмәт иттем. Ул миңә әсәй кеүек булды һәм тормошта күп нимәгә өйрәтте» тип ҡыҫҡа һәм аныҡ яуап бирҙе. Кәбир ағай иһә: «Ә миңә бик уңайлы булды. Минең һөйөклө ҡатындарым бер-береһе менән татыу йәшәне, һәм мин бер ҡасан да ике ут араһында янманым...» тип өҫтәне. Ысынлап та, ғаиләләр дуҫ һәм татыу йәшәгән йортта ғына бәхет тамыр йәйә. Вилсур, уларҙың Гөлнур исемле ҡыҙҙарының улы. Юбилярҙарға үҙе ижад иткән шиғырҙар бағышлап, матур телмәр һәм сәхнәлә үҙен оҫта тота белеүе, әңгәмә алып барыуы менән генә түгел, ике туғаны Линария Мөхәмәтйәнова менән дуэтта лирик йыр башҡарып, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.

Вәсимә апай рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ә Кәбир ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы һуңғы 25 йылда колхозда баш бухгалтер булып эшләгән. Быға тиклем уға ағас эше оҫтаһы ла, водитель дә һәм хатта сауҙа хеҙмәткәре лә булып эшләргә тура килә.

Ә бөгөн Кәбир Нариманов - ауыл халҡы хөрмәт иткән мулла. Ауылдың матур, яҡты мәсете - уның тырышлығының һөҙөмтәһе. Кәбир ағай уны төҙөү инициаторҙарының береһе була. Ауылда дини йолаларҙың тергеҙелеүе тураһында айырыуса йылылыҡ һәм һөйөү менән һөйләй ул. Исламға күңеле һәм йөрәге менән тоғро булған ауыл муллаһы әүҙем йәшәү рәүеше алып бара. Уның менән һөйләшеүе, вәғәздәрен тыңлауы рәхәт. Ә ғәйәт күп шиғырҙарҙы яттан белеүе хайран ҡалдыра. Уларҙың йортонда уңайлы, таҙа һәм һәр ерҙә тәртип. Иң мөһиме, һәр ерҙә хужаның оҫта ҡулы һиҙелә. Ул - хәстәрлекле ир, һөйөклө атай һәм олатай. Наримановтар ғаиләһе өлкән улдары Камил менән Ҡарағошта, ә атайҙары кеүек бухгалтер һөнәрен һайлаған Дамир һәм Гөлнур Стәрлебашта йәшәй. Шул көндө ата-әсәһенә балалары, ейәндәре һәм яҡын туғандары йыйыла. Байрам өҫтәле артында алкоголь эсемлектәрһеҙ тыныс, ипле әңгәмә алып барыла. Һәр йәһәттән ғаиләнең өлкән ағзаларына ихтирам һәм хөрмәт булыуы һиҙелә. Беҙҙең заманда тап ошо алтынға тиң. Ысынлап та - алтын ғаилә!

Сараны алып барыусы Гөлнара Фәтхетдинова Кирәевтар ғаиләһе менән танышыу тарихын һөйләп, сәхнәгә уларҙың үҙҙәрен саҡырҙы. Айһылыу һәм Радмир Кирәевтарҙың күп балалы ғаиләһе күренеү менән сәхнә йәшен уты кеүек балҡып китте. Кирәевтар - ижади ғаилә. Барлыҡ өлгөлө ғаиләләрҙәге кеүек үк, бында ла Радмир Нурлығаян улының ғаилә башлығы, ошо сығышты ойоштороуҙа уның өлөшө ҙур булыуы һиҙелеп тора. Улар ғаилә ағзалары менән таныштырғандан һуң, девиздарын әйтте һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән ғәилә гербын күрһәтте. Һәләттәрен күрһәтеп, улы Радмир менән «Эх, ғүмер итәбеҙ» йырын башҡарҙы. Был шул тиклем дәртле булды, хатта тамашасылар ҙа урындарында саҡ ултырып сыҙаны. Тамашасылар Радмирҙың сығышы башында уҡ күп һөйләй белмәйбеҙ, ә йырлап, бейеүгә маһирбыҙ тигән һүҙҙәренә шәхсән инанды.

Эйе, эшлекле Кирәевтар һәр йәһәттән өлгөр: балалары - шәп, хужалыҡтары - етеш, үҙҙәре бәхеттән балҡый. Эшләй ҙә, һәләттәрен дә күрһәтә белә улар. Афарин!

Артабан «Ғаилә традицияларын һаҡлаусы» номинацияһында Атанғоловтар ғаиләһе сығыш яһаны. Ирле-ҡатынлы Әлфиә һәм Зөфәр өс бала тәрбиәләй. Ғаилә башлығы - Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Ул - талантлы ҡурайсы. Бихисап республика конкурстарында ҡатнашып, һәр ваҡыт дипломант һәм призер була. Ул башҡарған йырҙар бик күп район сараларын биҙәй. Тормош иптәше Әлфиә менән йыр башҡарып, улар Федоровка районында йәшәүсе Зөфәрҙең әсәһен сәхнәгә саҡырҙы, ул да шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәйсә ханым йырҙар башҡарып, улының талантын танығандары өсөн ҡарағоштарға рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе һәм барыһына ла тыныслыҡ һәм бәхет теләне. Зөфәрҙең бер туғаны Гүзәл «Бишбармаҡ» бейеүен башҡарҙы. Зөфәр Атанғолов башҡарыуындағы йырҙар менән уларҙың сығыштары тамамланды.

Әлфиә Хәмит ҡыҙы ғаиләләргә конкурста ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдереп, Наримановтарға республика Башлығы Р.З.Хәмитовтың Рәхмәт хатын һәм бүләген, ә башҡа ғаиләләргә Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы.

Бындай сараларҙың ауылдарҙа үткәрелеүе бик ҡыуаныслы. Үрнәкле ғаиләләргә ҡарап, башҡалар ҙа тырышып донъя көтә. Ғаиләнең ысын бәхет булыуы көн кеүек асыҡ. Ата-әсә булыу икеләтә һөйөнөслө! Ә Ҡарағошта ғаиләлә ир-аттың абруйының мөһимлеген тағы бер тапҡыр дәлилләне.

Ҡарағош - тарихи үткәндәре бай булған, республикаға, тотош илгә бихисап талантлы һәм билдәле шәхестәр бүләк иткән ҙур ауыл. Улар араһында Мәҡсүтовтар, Фәрхшатовтар, Ғатауллиндар нәҫеле, бик күп билдәле ғалимдар, яҙыусылар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бар. Табип Расфар Тимербулатовтың, «Ҡызыл таң» гәзитенең талантлы журналисы, хөрмәтле Айгөл Юлъяҡшинаның исемдәре яҡташтарыбыҙҙың теленән төшмәй. Талантлы етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы, районды һәм унда йәшәгән халыҡты яҡшы белгән, районды төҙөкләндереү һәм халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн бик күп эштәр башҡарған әлеге район хакимиәте башлығы Фәнүр Зөфәр улы Туҡтаров та Ҡарағош ауылында тыуып-үҫкән.


Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА. Фото район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан бирелде.


Читайте нас: