Бөтә яңылыҡтар
Саралар
3 Июль 2018, 13:34

Уяулыҡ күп бәләнән ҡотҡара

Ошо көндәрҙә үҙәк район дауаханаһының тамаша залында балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы профилактикалауҙа белгестәрҙең урындарға барып ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеүенә бәйле ведомство-араОшо көндәрҙә үҙәк район дауаханаһының тамаша залында балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы профилактикалауҙа белгестәрҙең урындарға барып ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеүенә бәйле ведомство-ара кәңәшмә үтте. кәңәшмә үтте.

Унда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика клиник психотерапевт үҙәгенең ойоштороу-методик эше буйынса баш табип урынбаҫары, юғары категориялы табип-психиатр Елена Евтушенко, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш психологы Ирина Хох, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров, райондың һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Осрашыуҙың маҡсаты суицидты (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар беҙҙең районда ла бар) профилактикалау һәм уларға юл ҡуймау буйынса тәҡдимдәрҙе тикшереү һәм ҡабул итеү булды. Йыл башынан һигеҙ кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Ирина Рудольфовна һәм Елена Михайловна республикала һәм илдә суицид осраҡтары буйынса хәл-торош менән таныштырҙы. Уларҙың сығышын иҫәпкә алып, суицидты профилактикалау маҡсатында, халыҡ араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы профилактикалау буйынса бер нисә тәҡдим әйтелде һәм ҡабул ителде. Йыйылыусыларҙың фекере буйынса иң мөһиме - ғаиләне нығытыу, балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса йәмғиәттә эште көсәйтергә кәрәк. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йыйылыусыларҙы, ә уларҙың барыһы ла ата-әсәләр, балаларына иғтибарлыраҡ булырға, улар менән йышыраҡ әңгәмәләшергә, һөйләшергә, уларҙың ни тиклем һөйөклө һәм ҡәҙерле булыуҙарын ҡабатлап торорға саҡырҙы. Өлкәндәр араһындағы суицидҡа килгәндә, уларҙың 75% депрессия торошонда була. Һәм уларҙың барыһы ла алкоголь йоғонтоһона бирелгән кешеләр түгел. «Һәйбәт эше булған өлгөлө ғаилә башлығының үҙ-үҙенә ҡул һалған осраҡтары ла аҙ түгел. Мәҫәлән, ул ҡыҫҡартылыуға эләгә. Һүҙ, нигеҙҙә, ир-егеттәр тураһында бара. Сөнки уның төп бурысы - ғаиләне тәьмин итеү. Эшһеҙ ҡалғас, уның тормошоноң мәғәнәһе юғала. Ә ҡатын-ҡыҙ хужабикә, баҡса үҫтереүсе һ.б. була ала», - тип билдәләне Ирина Рудольфовна. Ул ауыл терапевтарын, фельдшерҙарҙы кешеләргә ҡарата уяуыраҡ булырға саҡырҙы, сөнки улар психиатр һәм психотерапевтарға (улар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына кешеләр менән эшләй ала) ҡарағанда халыҡҡа яҡыныраҡ. Осрашыу аҙағында Илшат Иншар улы һөҙөмтәле эш өсөн кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, ә йыйылыусылар килгән белгестәргә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Бөгөн йыш ҡына йәшәүе ауырлашты, һәйбәт тормош өсөн шарттар юҡ, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Атай-олатайҙарыбыҙға ниндәй шарттарҙа йәшәргә тура килгәнен онотмайыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, улар ошондай аҙымға бармаған. Бөгөнгө проблемалар, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ҡот осҡос, ауыр йылдар менән сағыштырғанда, бер ни түгел. Ҡайһы бер кешеләр ҙур әһәмиәткә эйә булмаған ауырлыҡҡа ла түҙә алмайынса үҙ-үҙенә ҡул һала. Беҙҙең заманда тырышҡандарға юлдар асыҡ. Күп нимәнең ҡулай булыуы кешеләрҙә битарафлыҡ уяталыр, бәлки. Һәм ниндәйҙер имтихандар, эшһеҙ ҡалыу проблемаһын шундай аҡылһыҙ юл менән хәл итеү ошо аҙымға сәбәп була алмай. Ниндәй ҙә хәлдән сығыу юлы бар. Үҙ-үҙеңде ҡулға алырға, маҡсат ҡуйырға кәрәк һәм, ниһайәт, проблемалар хәл ителәсәк.

Лиана ЙӘРМИЕВА.
Читайте нас: