Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Июнь 2018, 11:18

Бәхетле ғаилә серҙәре

Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ. Уның эсендә татыулыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам булғанда, ғаилә усағының йылыһы ла кѳслѳрәк була. Ошо йылыны тойоп үҫкән балалар тәүфиҡлы, аҡыллы була.

Элек-электән Рәсәйҙә ғаилә ағзаларын берләштереүсе, уларҙы көслө һәм берҙәм итеүсе традициялар булыуы барыһына ла билдәле. Әммә, 1917 йылдың 7 ноябрендәге Октябрь революцияһынан һуң, бик күп ғаилә, халыҡ традициялары бөтөрөлә. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙгәртелә, ә бәғзеләре онотола. Һәм, әлбиттә, яңылары ла барлыҡҡа килә.

2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы, ә беҙҙең республикала - Ғаилә йылы тип иғлан ителде. БР Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошо ике йүнәлеш - ирекмәнлек һәм ғаилә сәйәсәте - бер-береһен тулыландыра.

Күптән түгел Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалында Ғаилә йылына бағышланған «Бәхетле ғаилә серҙәре» фәнни-практик конференцияһы үтте. Уны филиал уҡытыусыһы, ошо юлдар авторы А.Ҡәҙерғолова ойошторҙо һәм үткәрҙе. Бында II курста белем алыусылар үҙҙәренең тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләре менән сығыш яһаны. Улар «ҡыйыулыҡ» һәм «нәфислек» кеүек киң таралған төшөнсәләр, ғаилә парҙарының никахта үҙ-үҙҙәрен тотоуы, ғаилә тормошона әҙерлек, ғаиләгә һәм уның тарҡалыуына булышлыҡ итеүсе факторҙар, мөхәббәт мәктәбе булараҡ ғаилә, мосолман һәм провославие динен тотоусы ғаиләләрҙең традициялары, замана ғаиләһендә рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында һөйләне. Социаль педагог В.Денисова йыйылыусыларҙы филиал буйынса статистика менән таныштырҙы. Район ЗАГС бүлеге начальнигы Р.Кәримова эшенең нескәлектәре тураһында һөйләп, 2015-2018 йылдарҙа район буйынса никахтар һәм айырылышыуҙар статистикаһы менән таныштырҙы. Күңелһеҙ һандар ошо проблеманың мөһимлеген һәм никахҡа ингәнсе ғаилә-әхлаҡи тәрбиә өлкәһендә белем алыу зарурлығын дәлилләне. «Ғаилә» район-ара үҙәге хеҙмәткәре Н.Ғәлиева үҙ традициялары булған тотороҡло, ныҡ һәм бәхетле ғаиләнең рухи ҡиммәттәре тураһында әйтеп үтте. Конференцияға Хәлекәй ауылынан саҡырылған күп балалы Рәйлә һәм Илнур Әсфәндийәровтар ғаиләһе үрнәгендә уҡыусылар ғаиләлә һәйбәт мөхит булдырыу өсөн төп ҡағиҙәләрҙе билдәләне.

Конференция үткән дөйөм ятаҡтың Ҡыҙыл мөйөшөн тәрбиәсе Г.Сәйфетдинова II төркөм стена гәзите һәм «Бәхетле ғаилә» һүрәттәр конкурсында еңеүселәрҙең һүрәттәре, «Бәхетле ғаилә сере» Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында еңеүсе III курс студенты Алмаз Вәлиәхмәтовтың иншаһы менән биҙәгәйне. Шулай уҡ Ғаилә йылына арналған Рәсәй рәссамдары картиналары, китаптар, киң мәғлүмәт сараларынан мәҡәләләр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Ә сара аҙағында Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалы мөдире Ә.Ишмөхәмәтов егеттәргә ғаилә, рухи-әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләрен аңлатыу мөһимлеген билдәләне, филиалда уҡып сыҡҡан бәхетле ғаиләләрҙе әйтеп үтте, конференцияны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Ошо теманы тикшереү өҫтөндә эшләгән һәм конференцияла ҡатнашҡан егеттәр татыу, берҙәм ғаилә ҡорор тигән ышаныс белдерҙе.

Алһыу ҠӘҘЕРҒОЛОВА,

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалының рус теле һәм әҙәбиәте преподавателе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: