Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Июнь 2018, 11:07

Уларҙың тормошо күптәргә үрнәк

Донъяла төрлө-төрлө мөғжизәләр күп осрай. Юҡ, тәбиғәт күренештәренә генә ҡағылмай ул, айырым ғаиләләрҙең һоҡландырғыс сифаттары ла мөғжизәгә тиң. Бына шундай ғаиләләрҙең Табылды ауылында ла күп булыуын күптән түгел, йәғни 15 июндә, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән «Матур ғаилә - ил күрке» район конкурсы тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Сараға ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле, өлгөлө ғаиләләре ҡунаҡ булып килде. Йыйылыусыларҙы Күндерәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлай Байғужин һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева сәләмләне.

Ғаилә - милләт йөҙө. Һәр береһе ысын мәғәнәһендә еңеүсе булырға лайыҡ. Әммә ғаилә тормошонда, ғөмүмән, донъя көткәндә, был мөһим түгел. Ир менән ҡатын, бала менән ата-әсә араһындағы йылы мөнәсәбәт бөркөлә был ғаиләләрҙән. Төрлө ҡатмарлы хәлдәргә бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн һәм күңел ҡеүәтен һалғандар күп арабыҙҙа.

Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар - Табылды ауылында йәшәүсе Рәжәповтар ғаиләһе сәхнәгә саҡырылды. «Беҙҙең Рәжәповтар ғаиләһенең тарихы бик ябай», - тип башланы улар үҙҙәренең сығышын. Күрше ятҡан Табылды һәм Шәкәр ауылдарында буй еткергән Резеда менән Венер Рәжәповтарҙың ғаилә ҡороуына быйыл 35 йыл.

- Атайыбыҙ йорт хужаһы, ғаиләнең терәк-таянысы, ә әсәйебеҙ ашнаҡсы һөнәрен һайлай. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған берҙәм, эшһөйәр Рәжәповтар биш бала үҫтерә. Оло ҡыҙҙары Таңһылыу үҙе теләгән һөнәрен үҙләштереп, әлеге ваҡытта бер ҡыҙ тәрбиәләп Өфө ҡалаһында йәшәй. Икенсе ҡыҙҙары Эльвира тормошҡа сығып бер ҡыҙ, бер улға ғүмер бүләк итеп донъя көтә, еҙнәбеҙ Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Улар йыл да ҡош-ҡорт аҫрап кәсеп итәләр. Улдары Данил Ҡабыҡҡыуыш мәктәбендә уҡый. Өсөнсө апайым Розалия ла күрше Һарайҫа ауылы егетенә тормошҡа сығып бер малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһына йәшәй, Денис еҙнәбеҙ ҙә Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Ғаиләбеҙ тотҡаһы, һаҡсыһы булған берҙән-бер малай яҡты донъяға килә. Уға Басир тигән исем ҡушалар. Ул урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлебаш техник училищеһында белем ала. Әлеге ваҡытта ул атайыбыҙға баҫыу эштәрендә ярҙамлаша. Ә мин иң бәләкәй кинйәбикәләре - Нурзидә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы гимназияла белем алам. Мин йырларға,бейергә яратам. Фольклор түңәрәгенә йөрөйөм. Атайым йәштән фермерлыҡ менән шөғөлләнә һәм беҙ ғаиләбеҙ менән уға ошо эште алып барырға ярҙам итәбеҙ. Атайым иген культуралары, картуф, көнбағыш, сөгөлдөр сәсеп үҫтереп, ауылдаштарын ауыл хужалығы тауарҙары менән тәьмин итә, ул бик тырыш, уңған, оҫта ҡуллы кеше. Әсәйебеҙ ҙә ғаиләбеҙҙе һәр ваҡытта ел-ямғырҙан ҡурсалап, һаҡлап, тәрбиәләп тора. «Әсәйем беҙҙе һәр нәмәгә һөйөү менән ҡарарға өйрәтте. Яратып бешергән икмәк яҡшыраҡ уңа, наҙлап үҫтергән сәскәләр сағыуыраҡ, күркәмерәк була. Шул кәңәште тотабыҙ ғүмер буйы. Атай-әсәй кәңәше, изге доғаһы ла һаҡлап баралыр беҙҙең ғаиләбеҙҙе», - тип ғаилә тарихы менән таныштырҙы Рәжәповтарҙың бәләкәй ҡыҙҙары Нурзидә.

Ғаилә - бәхет, ул булғанда ғына аяҙ күктә ҡояш йылмая һәм ул, нурҙарын бөркөп, кешеләр йөҙөндә бәхет сатҡылары уята ала. Ләкин ул бәхет һәр кешегә лә тәтемәй. Ә бына Табылды ауылындағы иң хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе - Фроза апай һәм Мөхтәр ағай Вахитовтар ғаиләһендә (өҫтәге һүрәт) был бәхет һүҙе ныҡ тамырланған. Уларҙың ҡулға-ҡул тотоноп ғаилә ҡороуҙарына 60 йыл. Улар 1957 йылда өйләнешәләр. Фроза Ҡабыҡҡыуыш ауылы һылыуы, Мөхтәр - төплө Табылды егете. Мөхтәр ағай бик күп йылдар тыуған колхозында алыштырғыһыҙ хисапсы булып эшләне. Бик абруйлы, ҙур тәжрибәле, олоно-оло, кесене-кесе итә белгән, бай рухлы хисапсыны ауылдаштары әле лә иҫләй. Ә хәләл ефете - Фроза апай күп йылдар ауылыбыҙ мәҙәниәтенә көс һалған кеше. Инде ағинәй йәшенә еткәс ул абыстай, ә Мөхтәр ағайыбыҙ ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләренең береһе - мулла вазифаһын үтәй. Ауылдаштары, күрше-тирә яҡтағылар уларҙы ихтирам итеп, кәңәш һорайҙар. Сабый балаға исем ҡушыуҙар, никахтар, һуңғы юлға оҙатыу саралары уларһыҙ үтмәй. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып өс бала донъяға килә. Оло улдары Замир бәләкәйҙән зирәк, белемгә ынтылыусан булып үҫә. 10 класты тамамлағас медицина институтына уҡырға инә һәм йүнәлтмә буйынса Липецк өлкәһенә эшкә ебәрелә. Уның артабанғы яҙмышы Тербуны районы менән бәйле. Ошонда ул тормош иптәше Раяны осрата һәм ике бала: Наташа менән Ринат исемле балаларға ғүмер бүләк итеп, хәҙер инде өс балаға олатай-өләсәй. Ҡыҙҙары Зөһрә атаһына оҡшап теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә һәм иҫәп-хисапҡа шәп була. Шуға ла ул информатика-хисаплау техникаһы техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын шул һөнәр менән бәйләй. Азат, Ришат исемле улдар һәм Әлфиә исемле һылыу ҡыҙ үҫтерә. Ә улдары Радмир музыка училищеһын уңышлы тамамлап, армия хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, күп уйлап тормай, үҙенең ауылында тарих уҡытыусыһы булып эш башлай. Эшен яратып, бар һәләтен һалып башҡара ул, эҙләнә, дәрестәрен нисек тә ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәрергә тырыша, балалар менән уртаҡ тел таба. Ул Баймаҡ һылыуы Флүрәне тормош иптәше итеп һайлап, 1985 йылда өйләнешәләр. Ғаиләне йәмләп, бер-бер артлы Таһир улдары һәм Зифа ҡыҙҙары донъяға килә. Тырыш ғаилә өй һалып сыға. Өс таған таймаҫ тиеп, өсөнсөгә малайҙары Айнур донъяға килә. Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, икеһе лә алтын ҡуллы, тырыш, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсаларында емеш-еләк ишелеп уңа. Йорттарының тирә-яғы төрлө-төрлө сәскәләргә күмелеп ултыра. Радмир Мөхтәр улы әсәһенең юлын дауам итеп ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. 70-се йылдарҙа әсәһе башлап ойошторған «Заман» ансамблен етәкләй. Вахитовтар ғаиләһе барыһы ла йыр-моңға ғашиҡ, спектаклдәрҙә уйнай, ауылда үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Уларҙың ғаиләһе бик күп дипломдарға, Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ .

«Татыу, берҙәм ғаиләң булыу бик ҙур бәхет ул. Бер-берең өсөн йәнең, тәнең менән борсолоп тораһың, уңыштар өсөн ысын күңелдән шатланаһың, барлык эштәрҙе бергә башҡарып, бергәләшеп ял итәһең. Көнө буйы арып эшләгәндән һуң йәиһә, уҡығандан һуң йылы өйгә инеү - үҙе бер шатлыҡ. Бары тик өйөңдә, ғаиләң менән бергә булғанда ғына рәхәтләнеп ял итеп була. Ғаилә ҡәҙерен белгәндә генә бәхет ул. Тормошта рәхәт йәшәү өсөн был бәхетте тойоп, һөйөнөп йәшәргә кәрәк», - тип иҫәпләй тырыш, хөрмәтле Хәлиҙә апай һәм Әхмәтшә ағай Хужиндар ғаиләһе (аҫтағы һүрәт).

Табылды ауылында ике ғашиҡ Әхмәтшә Хужин һәм Хәлиҙә Байғужина 1971 йылда яҙмыштарын бәйләй. Мөхәббәт емештәре - биш бала: Әғләм, Вафир, Салауат, Мәҙинә, Әлфинәгә ғүмер биреп, бер-бер артлы белем иленә аяҡ баҫтыралар. Балалар берҙәм, татыу булып үҫә, мәктәпте уңышлы тамамлап, һәр ҡайһыһы үҙенә оҡшаған һөнәр һайлап, эш башлай. Әлеге ваҡытта барыһы ла үҙ ғаиләләрен ҡороп матур донъя көтә. Оло улдары Әғләм һәм килене Гүзәл Табылды ауылында төпләнеп, ике ҡыҙ һәм бер малайға матур тәрбиә биреп, ҙур өй һалып, ҡыҙҙарына юғары белем алырға ярҙам итеп, гөрләтеп йәшәй. Икенсе улдары Вафир һәм килене Айһылыу ҙа Табылды ауылынан ситкә китмәйенсә атай йортона терәтеп тиерлек ҙур ҡарағай өй һалып инделәр. Улар ҙа ауылыбыҙҙың хөрмәтле, күп балалы ғаиләләр исемлегенә инә. Оло ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ленин исемендәге гимназияла төплө белем алһа, икенсе ҡыҙҙары Әҙилә Ҡабыҡҡыуыш мәктәбендә уҡый,ә бәләкәй улдары Илмиргә бер йәш. Хужиндарҙың кинйә улдары - Салауат Һарайҫа ауылы ҡыҙы Эльзаны тормош юлдашы итеп һайлағас, Табылды ауылында тормош көтә башлайҙар. Баһадирҙай өс ул үҫтерәләр, тормош елдәре уларҙы Һарайҫа ауылына юлландыра. Улар ҙа әлеге ваҡытта матур донъя көтә. Улдары Айбулат һәм Айнурҙы район һәм ауыл сәхнәләрендә йыш күрергә . Егеттәр йырларға, бейергә бик оҫта,ә бәләкәй Айназ мәктәп уҡыусыһы әле. Салауат һәм Эльза Хужиндар «Йәш ғаилә» район конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланы. Хужиндарҙың ике ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында төпләнеп, тормошҡа сыға. Мәҙинә ҡыҙы һәм Рөстәм кейәүе бер бала тәрбиәләй. Икенсе ҡыҙҙары - Әлфинә менән Марат кейәүе ике балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙҙары үҙ фатирҙарында, яратҡан һөнәрҙәрен һайлап, матур йәшәй. Ғаилә башлығы - Әхмәтшә ағай ғүмер буйы ауылыбыҙҙың «Заман» исемле инструменталь ансамблдә мандолинала уйнап ауыл, район сәхнәләренең түренән төшмәһә, Хәлиҙә апай үҙенең моңло тауышы менән кешеләрҙе таң ҡалдыра. Ғаиләлә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр йәшәй.

Әлеге ваҡытта ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған күп йолалар ҡабаттан тергеҙелә башланы. Ошондай ҙур, мәртәбәле эшкә Табылды ауылынан Исмәғилевтар ғаиләһе тос өлөш индерә. Киң күңелле, ҡунаҡсыл Исмәғилевтар төрлө йолаларҙы, мәҫәлән: һуғым ашы, балаға исем ҡушыу, миндек бәйләү, Ҡөрьән аштары, ҡорбан салыу, Ураҙа, Ҡорбан ғәйете сәйе кеүек йолаларҙы үҫеп килеүсе быуынға еткерергә тырышҡан ғаилә. Икеһе лә уңған, тырыш булғанға уларҙы ауылда ғына түгел, тотош районда беләләр һәм хөрмәт итәләр. Тәлғәт Хажғәле улы 23 йыл Баҡый ауылы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләне, ошо ваҡыт эсендә уның тәрбиәләнеүселәре төрлө спорт төрҙәре буйынса район, республика ярыштарында еңеүсе, призер булды. Нурия апай ошо уҡ мәктәптә физика һәм математика уҡытыусыһы, һуңынан уҡыу-тәрбиә биреү эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләне. 2000 йылда ғаилә Табылды ауылына күсенә. Ҙур өй һалып сыға. Ауылдың йәмәғәт эшендә улар алыштырғыһыҙ кешеләр. Хәҙер Нурия апай ветерандар советы рәйесе, ә Тәлғәт Хажғәле улы ауыл старостаһы вазифаһын яуаплы башҡара, район гәзитенең әүҙем ауыл хәбәрсеһе. Ҡыҙҙары Лилиә һәм Әлиә - уларҙың ғорурлығы. Икеһе лә мәктәпте миҙалға тамамланы. Лилиә юрист дипломы алды, Әлиә Башҡорт медицина университетын тамамланы.

Күндерәк ауылынан Рушан һәм Айһылыу Яхиндар ғаиләһе лә бик күптәр өсөн өлгө булып тора. Һәр яҡлап та талантлы, эшлекле, тырыш ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр, үҙ быуынын белеп үҫә. Хужабикә Айһылыу Күндерәк ауылында клуб мөдире эшен алып барһа, ғаилә терәге, башлығы - Рушан шәхси эшҡыуар. Улар йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙҙары - Айзилә менән Айлина мәктәптә уҡый, ә бәләкәстәре Ислам әле балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Хужа менән хужабикә төрлө яҡлап та эшкә уңған, зирәк, улар ауылдың йәмғиәт эшендә лә әүҙем ҡатнашалар.

Конкурс беҙҙе бына шундай матур ғаиләләр менән таныштырҙы. Сара барышында ғаиләләргә Фәйрүзә Ғайсина, Гөлназ Богданова, Зөлфирә Байғужина һәм башҡалар моңло йырҙар бүләк итте.

«Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы штандарты Ҡарағош ауыл биләмәһе башлығы Роберт Туҡтаровҡа тапшырылды. Шулай уҡ Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йорто директоры Зөфәр Атанғолов музыкаль бүләк - йыр башҡарҙы. Ғаилә байрамы барыһына ла оҡшаны. Туғандар, күршеләр, ауылдаштар конкурста ҡатнашыусыларҙы ҙур ғорурлыҡ менән ҡараны.

Әлфира ДАУЫТОВА, Табылды ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Ю.КОЖЕВИНА фотолары.
Читайте нас: