Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Июнь 2018, 11:29

Тиҫтәләрсә йылдан һуң тыуған ауылда осрашыу

Баҡый ауыл биләмәһе составына ингән ҙур булмаған Ҡарамалы ауылы ҡасандыр ошо ауылда тыуып үҫкән һәм ҡоштар кеүек тыуған ояһынан төрлө тарафтарға осоп таралышҡан улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡаршыланы. Осрашыуҙы ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе почетлы төҙөүсе - Петр Сергеев ойошторҙо.

Бала һәм үҫмер саҡтарҙа йәшел сиҙәмдә йүгереп йөрөгән, сылтырап аҡҡан шишмә һыуын эсеп үҫкән тыуған яҡ, ғәҙәттә йылдар үтеү менән, магнит кеүек, үҙенә тарта. Һәм алыҫыраҡ булған һайын хис-тойғолар көслөрәк була. Шуға ла ошо йылдарға бәйле тәьҫораттар бик ҡәҙерле, сөнки ул саҡта донъяла иң яҡын кешеләр - ата-әсәйҙәр ҙә иҫән була. Уларҙың һөйөүе, иғтибары, хәстәрлеге һәр йәштә лә ҡәҙерле. Аҡыллы кәңәштәре хаталарҙан һаҡлай, лайыҡлы йәшәргә, изгелек һәм эшһөйәрлек дәрестәре - тормошта төрлө хәлдәрҙә лә кеше булып ҡалырға өйрәтә. Бергә дуҫлашҡан, мәктәпкә, еләк-бәшмәккә, бесән сабырға, балыҡ тоторға йөрөгән иптәштәрең ҡайһы саҡ ҡартайғансы күңелгә яҡын була.

Әлбиттә, ваҡытында ауылда ла тормош ҡайнай ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер бында ундан ашыу ғына өй ҡалған. Шуға ҡарамаҫтан, бында тыуып үҫкәндәр өсөн Ҡарамалы ер шарында иң яҡшы ауыл булып ҡала. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараһы яҡташтарҙы берләштереп, төрлө йылдарҙа булған иң яҡшы һәм иҫтәлекле ваҡиғаларҙы ауылдаштарҙың хәтеренә төшөрҙө.

Петр Алексеевичтың саҡырыуына Тыуған илебеҙҙең төрлө ҡалаларында һәм ауылдарында йәшәгән яҡынса 150 кеше килде. Улар араһында Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе профессор Вячеслав Иванов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ольга Родникова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), архитектор Нина Кочерова (Баймаҡ ҡалаһы), «Авторадио» радиопрограммаһы хеҙмәткәре Валерий Коваленко (Өфө), һалым хеҙмәте инспекторы Людмила Ямаева (Өфө) һ.б. булды. Күптәр бер-береһе менән бер нисә тиҫтә йыл күрешмәгән. Һәм элекке ауылдаштар бер-береһен йәнә танып белде. Тормоштары, эштәре, балалары, ата-әсәләре тураһында һорашты. Тәьҫораттар әйтеп аңлатылмаҫлыҡ! Ҡунаҡтар ҡапыл тиҫтәләрсә йылға әйләнеп ҡайтҡандай булды. Сара үткән яланға ҡуйылған ауыл арбаһы, һабан, кәрәк-яраҡтар, шәлдәр уларға бала саҡтарын хәтерләтте.

Баҡый ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Вәлишин һәм район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов уларҙы йылы сәләмләп, байрам менән ҡотланы. Улар бындай осрашыуҙарҙың мөһимлеген, уларҙың кешеләргә кәрәк булыуын, ә ауылдаштар, үҙ сиратында, яҡындары ерләнгән тыуған илдәрен онотмаҫҡа тейешлеген билдәләнеләр. Ауылға йышыраҡ ҡайтып, туғандарының ҡәберлектәрен тәртипкә килтереү, зыярат ихаталарын ремонтлау - иҫәндәрҙең изге бурысы.

Сығыш яһаусылар бик күп булды. Кешеләр хис-тойғолары менән уртаҡлашты, ойоштороусыларға яҡташтары менән осрашып, аралашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ҡарамалы - урыҫ ауылы. Ә уларҙың ниндәй осрашыуы баянһыҙ һәм дәртле, моңло, ихлас йырһыҙ үтһен. Район Мәҙәниәт йорто баянсыһы һәм йырсыһы Илдар Баһауетдиновтың һәм Зилиә Яппарова етәкселегендә урындағы үҙешмәкәр артистар Лена Исмәғилева, Айгөл Әһлетдинова, Таисия Кондрашоваларҙың сығыштары байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Ҡунаҡтар уларға ҡушылып, рәхәтләнеп йырланы. Дәртле һәм ихлас йырҙар, таҡмаҡтар, шиғырҙар кискә тиклем тынманы. Шулай уҡ төрлө уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. Уларҙа өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә ҡатнашты!

Артабан сара яланда ҡуйылған мул табын артында дауам итте. Хәтирәләр йылға кеүек аҡты һәм уның иге-сиге булманы. Бер-береһен һағынған ауылдаштар дәртләнешеп бейешеп тә алды.

Байрам эңер төшкәнсе дауам итте. Ҡунаҡтар яҡшы тәьҫораттар һәм күңел күтәренкелеге алып, был осрашыу һуңғыһы түгел, ә беренсе ҡарлуғас ҡына тигән өмөт менән таралышты.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото З. ЯППАРОВА тарафынан бирелде.
Читайте нас: