Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Июнь 2018, 13:15

Фольклор - беҙҙең мәҙәниәт һәм ҡаҙаныш

Матур һәм үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар. Моңло йырҙар һәм иҫ киткес һутлы тел. Фольклор - беҙҙең үткәнебеҙ, беҙҙең тарихыбыҙ. Ә тарихты кеше белергә һәм хәтерләргә тейеш.

Күптән түгел Үрге Гөлөм ауыл клубында «Өләсәйемдең һандығы» тип аталған фольклор семинар булды. Унда район Мәҙәниәт йорто вәкилдәре һәм күрше ауыл мәҙәниәт йорттарының мәҙәни ойоштороусылары йыйылды. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тамаша барыһының да күңеленә хуш килде. Әминә Сәхибгәрәева башҡарыуында мөнәжәт, шулай уҡ Лилиә Хисамова, Азалия Назарова, Искәндәр Иҙрисов, Карина Кәримова, Ләйлә Бикмөхәмәтова, Алина Бикмөхәмәтова, Юлай Минибаев, Оксана Назарова, Рида Исмәғиловаларҙың сығыштары тамашасыларға бик оҡшаны. Йыйылыусылар алдында шулай уҡ район Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлйөҙөм Сәйепова сығыш яһаны. Фойела «Оҫта ҡулдар» күргәҙмәһе ойошторолдо, Үрге Гөлөм ауыл мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге тураһында презентация күрһәтелде. Сара сағыу концерт номерҙары һәм уйындар менән тамамланды.

Лилиә ӘБҮБӘКИРОВА,

Үрге Гөлөм ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы.
Читайте нас: