Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Июнь 2018, 11:59

Улар - легендар дивизиянан!

Йәй - класташтар, курсташтар, туғандар менән осрашыуҙар осоро. Әммә 14 июндә М.Мәхмүтов исемендәге район тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән был осрашыу үҙенсәлекле булды. Был көндө бында 24-се Октябрь революцияһы, өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Суворов һәм Богдан Хмельницкий ордены Һамар-Ульяновск, Бердичевский, Железный уҡсылар дивизияһы составында хәрби хеҙмәт итеүселәр йыйылды. Уның булдырылыуына тулы бер быуат - 100 йыл үткән.

Осрашыу өсөн сәбәп әһәмиәтле ине - ошо дивизияла хеҙмәт иткән алты яугиргә юбилей миҙалдары тапшырылды. Вәзир Рысаев, Николай Шилин, Риф Шаниязов, Ғәлийән Килмөхәмәтов, Рәфис Насиров һәм Фәрүәз Ғабдуллиндар шул тиклем йылдарҙан һуң йәнә бер-береһен күреү шатлығын йәшерә алманы. Сөнки яҙмыш ҡушыуы буйынса улар илдең төрлө тарафтарына эләгеп, ҡайһы берҙәре хеҙмәт тамамланғандан һуң күрешмәгән. Ә был - тотош ярты быуат!

- Мин кемделер танымаҫмын йәки мине танымаҫтар тип ныҡ тулҡынланғайным, сөнки күпме йылдар үткән. Әммә, Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт үтте. Осрашыуға килеп, бергә хеҙмәт иткән иптәштәрем менән осрашыуыма бик шатмын, - тине сығышында Риф Шаниязов.

- Фәрүәз Әхмәҙулла улына ошо осрашыуҙы ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт, - тине барыһы исеменән Рәфис Насиров. - Мин тулҡынланыуҙан, юлға сығыр алдынан төн буйына йоҡлай алманым. Хеҙмәттәштәрем менән осрашыу хәбәре мине ҡанатландырҙы. Ошондай ихлас, матур осрашыу ойошторғандары өсөн музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Рәхмәт йөҙөнән һеҙгә беҙҙең дивизия тураһында китап бүләк итергә рөхсәт итегеҙ, - тине ул, иҫтәлекле китапты музей хеҙмәткәре Зөлхизә Әсәҙуллинаға тапшырып.

«Железныйҙа хеҙмәт иткән өсөн» юбилей миҙалдары һәм ошо легендар дивизия тураһында китаптарҙы ҡунаҡтарға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова һәм район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов тапшырҙы. Йыйылыусыларҙы сәләмләп, улар, шулай уҡ запастағы майор Рәфис Ишморатов ветерандарға осрашыуҙы традицион рәүештә үткәрергә кәрәк тип билдәләне. Һәм бындай осрашыуҙарға мотлаҡ мәктәп уҡыусыларын саҡырырға кәрәк! Сөнки дивизия батырҙарса һәм данлыҡлы тарихи юл үткән. Ул Граждандар, Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Уның яугирҙәре киң күләмлеһе - Чехословакияла Дунайҙа ҙур армия уҡыуҙарында ҡатнашып, күптәре хәрби ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың йәштәргә илһөйәрлек тураһында һөйләр һүҙе бар.

Ойоштороусы Фәрүәз Ғабдуллин әйтеүенсә, осрашыуҙың төп бурысы - күберәк хеҙмәттәштәрҙе табыу. Шуға ла, һаубуллашҡанда, ул бергә хеҙмәт иткән иптәштәре мәҡәләне уҡып, бәйләнешкә сығыр тип ышанып, беҙгә бәйләнеш өсөн телефондарын бирҙе. Уның телефондары: 8-929-754-54-14, 8-987-589-70-14.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: