9 июндә лагерҙа тәүге сменаны асыу тантанаһы булды. Бер көндә ҡыҙҙар һәм малайҙар дуҫлашып, дәртле бейеүҙәр, йырҙар, отрядтары өсөн матур телмәр әҙерләп өлгөрҙө. Уларҙы йәйге каникулдары башланыу менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова килде һәм лагерға туптар бүләк итте.
Смена башланғандан алып күп ваҡыт та үтмәгән, ә лагерҙа кесе олимпия уйындары, футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан футбол, күңелле старттар, төрлө ярыштар, Сәләмәтлек көнө, Изге эштәр көнө кеүек бик күп ҡыҙыҡлы саралар үткәрелгән. Күптән түгел балалар өсөн әһәмиәтле көн булды - уларҙың ата-әсәләре килде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уларҙың килеүенә матур концерт әҙерләгән, ашнаҡсылар ҡоймаҡтар ҡойған. Артабан ата-әсәләр һәм балалар араһында футбол матчы үткәрелде, унда 2:0 иҫәбе менән балалар еңеү яуланы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, лагерҙағы мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы программа менән балаларға күңелһеҙ булмаҫ, уларға яҡшы кәйеф, яңы дуҫтар бүләк итәсәк һәм улар бер юлы сәләмәтлектәрен дә нығытасаҡ. Алты тапҡыр туҡланыу, саф һауа, яңы дуҫтар - ошонан да яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин? Әлегә һауа торошо сағыу ҡояш нурҙары менән шатландырмаһа ла, лагерҙа йылы, дуҫтарса мөхит хөкөм һөрә.
Үҙ хәбәрсебеҙ. Фото Р.НИЯЗОВА тарафынан бирелде.