Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Июнь 2018, 12:34

Беренсе киң күләмле велоквест мажара һәм күңел асырға яратыусыларҙы йыйҙы

Йәйге каникул - балаларҙың тәбиғәт ҡосағында ял итеп, рәхәтләнеп һыу инеп, йырлап-бейеп, туғандары, ауыл кешеләре менән яҡындан аралашыу мәле. Ошо өс айҙа күңелле һәм әүҙем ял итергә теләүселәр өсөн «Болғар» йәштәр клубы һәм район йәштәр эштәре комитеты бик күп ҡыҙыҡлы саралар планлаштырған. Балаларға, һис шикһеҙ, күңелһеҙ булмаясаҡ. Ошондай сараларҙың береһе - районда тәүге тапҡыр Велоквест - 2018 үтте. Велоквест - интеллектуаль-спорт команда уйыны төрө, унда ҡатнашыусылар велосипедтарҙа билдәләнгән маршрут үтә, туҡтап логик мәсьәләләр сисә, физик әҙерлек күрһәтә. «Нимә ул велоквест» тигән һорауға Интернетта бына шундай яуап таптым.

Сара 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе территорияһында үтте. Ҡатнашырға теләүселәр шул тиклем күп булды, шуға ла йәш байкерҙарҙы теркәү бер сәғәткә яҡын һуҙылды. Район үҙәге мәктәптәре активистарынан торған ирекмәндәр анкета тултырыу менән шөғөлләнде. Уйындарҙа 6 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша алды. Нимәгә һәләтле булыуын бик күрһәтергә теләгән һәм бер аҙнанан ғына алты йәше туласаҡ Зөфәр Фәйрүзовҡа ғына (һүрәттә) ташлама яһалды.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова, йәштәр эштәре буйынса район комитеты рәйесе Р.Р.Әбүләев велоквеста ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Р.М.Туҡбаев йыйылыусыларға велосипедта йөрөгәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеген әйтте.

Артабан ҡатнашыусылар, 10-11 кешенән торған биш төркөмгә бүленеп, ярыша башланы. Һәр команданың үҙ «эскурсовод»ы булды, ул командаһын билдәләнгән маршуттан йөрөттө. Ә һәр станцияла (ундан ашыу ине) уларҙы ирекмәндәр задание менән көттө. Балалар логик мәсьәләләр, төрлө башватҡыстар систе, физик һәм ижади һәләттәрен күрһәтте.

Һүрәт төшөрөү конкурсында ҡатнашҡан һигеҙ бала ошо конкурстың бағыусыһы - шәхси эшҡыуар Ринат Хөсәйеновтан приздар һәм тәмлекәстәр алды.

«Иң яҡшы костюм» номинацияһында Ғәлиевтар ғаиләһе еңеү яуланы. Улар «Иң ҙур велоғаилә» тип танылды.

Башҡарылған заданиелар йомғаҡтары буйынса иң бәләкәй «Рәсәй» командаһы еңеүсе булды. Уларға Грамоталар һәм тәмле приздар тапшырылды. Ойоштороусыларҙан велобайрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тәмлекәстәр таратылды. Ә иң мөһиме, улар бихисап ыңғай тәьҫораттар һәм күңел күтәренкелеге алды, асылда, квест шуның өсөн үткәрелде лә инде.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: