Бөтә яңылыҡтар
Саралар
5 Июнь 2018, 13:52

Ғаилә көнөнә арналған байрамдар

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәти тормошта беҙ театр, музей һәм күргәҙмәләргә йөрөргә ваҡыт тапмайбыҙ тиерлек. 14 майҙан 19 майға тиклем Башҡортостанда «Ғаилә аҙналығы» үтте. Уның даирәһендә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ғаиләгә ярҙам күрһәтеүгә, ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө акциялар ойошторолдо. БР «Ғаилә» Көньяҡ-Көнбайыш район-ара үҙәгенең Стәрлебаш районындағы бүлексәһе үткәргән ғаилә аҙналығы яҡындарың менән бергәләп ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн яҡшы сәбәп булды.

«Ғаилә менән мәҙәни поход» - 17 майҙа М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге район тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән сара шулай тип аталды. Ҡунаҡтарҙы бүлек начальнигы Зөлфиә Ғиниәтуллина сәләмләне. «Һеҙгә ваҡытығыҙҙы ҡыҙыҡлы үткәрергә, район тарихы, уның билдәле шәхестәре менән танышыуығыҙҙы теләйем», - тине ул. Музей методисы Зөлхизә Әсәҙуллина йыйылыусыларға музейҙы булдырыу тарихы тураһында һөйләне, шулай уҡ ҡайһы бер экспонаттар менән таныштырҙы. Йыйылыусылар беҙҙең районда йәшәгән хайуандарҙың ҡарасҡыларын, шулай уҡ йорт кәрәк-яраҡтары экспонаттарын айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Балалар өләсәйҙәренең нисек йәшәгәнен күҙаллаһа, өлкәндәр бала сағын хәтеренә төшөрҙө. Әйткәндәй, ҡайһы бер ата-әсәләр был көндө музейҙа беренсе тапҡыр булды.

Сараны асып, Зөлфиә Фәрит ҡыҙы йыйылыусыларҙы Ғаилә көнө менән ҡотлап, республикала ғаиләләргә ярҙам, уларҙы нығытыу һәм һаҡлау буйынса ниндәй саралар ҡабул ителеүе тураһында һөйләне. Артабан ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримова тантаналы шарттарҙа Рәсимә һәм Айнур Мөхәмәтҡоловтар ғаиләһенә бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы. Урамда, китапхана алдында, музыкаль квест - флеш-моб үткәрелде, унда балалар әүҙем ҡатнашты һәм ойоштороусылар менән бергә рәхәтләнеп бейене. Китапханала ҡунаҡтарҙы бай һәм ҡыҙыҡлы программа көттө. «Шатлыҡ агентлығы»нан аниматорҙар «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» конкурсын үткәрҙе. Балаларға ошо темаға бәйле һорауҙар бирелде. Артабан машиналар менән уйын үткәрелде. Викторина аниматорҙың фокус күрһәтеүе менән алмашынды. Балалар һәм ата-әсәләр тын да алмайынса уны күҙәтте. Артабан ҡатнашыусылар Балалар ижад йорто педагогтары әҙерләгән мастер-кластарҙы ҡараны. Улар быялаға һүрәт төшөрҙө һәм ғаиләгә күҙ тейеүҙән һаҡлаусы әйберҙәр эшләне, ә Олеся Спиридонованан оригами, флористика сәнғәтенә өйрәнде. Ул матур сөскә гөлләмәһе эшләп күрһәтте, ә һуңынан үҙҙәренә сәскәләрҙән бәләкәй генә композиция эшләп, әсәйҙәренә бүләк итеү мөмкинлеге бирҙе. «Ғаилә» бүлексәһенең социаль эш буйынса белгесе тарафынан тиҙлеккә пазлдар йыйыу буйынса уйын ойошторолдо. Иң етеҙҙәргә бүләктәр тапшырылды. Бағыусылар ярҙамы менән (Stb-online, «Шатлыҡ агентлығы») балаларға тәмлекәстәр тапшырылды.

Кескәйҙәр уйнап, күңел асҡансы ата-әсәләр ҙә эшһеҙ ултырманы. Улар «Болғар» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубынан саҡырылған психологка үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алды, ә Стәрлебаш районы халыҡты социаль яҡлау бүлеге белгесе ғаиләләргә социаль ярҙам саралары, дәүләт хеҙмәте төрҙәре тураһында консультация бирҙе. Сара тамамланғандан һуң ғаиләләр иҫтәлеккә фотоға төштө. Сара бик матур үтте һәм ҡатнашыусыларҙа тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

Фотолар З.Ғиниәтуллина

тарафынан бирелде.
Читайте нас: