Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһендә ҙур хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ ғаиләләр бихисап. Был ер татыу ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән таланттарға бай.
Шат күңелле, дуҫ, тырыш, талантлы - тап ошондай ғаиләләр менән таныштырҙы беҙҙе 26 майҙа урындағы мәҙәниәт йортонда «Матур ғаилә - ил ҡото» район фестивале сиктәрендә үткәрелгән конкурс. Унда биш ғаилә ҡатнашты. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле. Кемдер 60, 55 йыл бергә йәшәгән, ә кемдер донъя көтә генә башлаған, шуға ҡарамаҫтан, эшһөйәрлеге һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән ауылдаштары араһында ихтирам һәм абруй ҡаҙанған. Әммә был ғаиләләрҙе бер нимә берләштерә, улар барыһы ла ишле ғаиләләр булдырып, балаларын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән, эштәрендә иң яҡшыһы булған, улар һәр ваҡыт изге күңелле һәм ауылдаштарына ҡарата ихтирамлы.
Был конкурсты ҡабыҡҡыуыштар ҙур байрам булараҡ көттө. Сөнки улар туғандары, күршеләре, ауылдаштарына һоҡланып, улар өсөн ғорурлыҡ хисе кисерә алды. Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһы конкурста ҡатнашыусыларҙың ғаилә фотоһүрәттәре, уларҙың балаларының Маҡтау грамоталары һәм миҙалдары менән биҙәлгәйне. Спорт наградалары айырыуса күп ине, сөнки Ҡабыҡҡыуыштың көрәшселәре менән дан тотоуы берәүгә лә сер түгел. Конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡотларға был көндө район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева, филология фәндәре кандидаты, БР халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ почетлы мәғариф хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы Миңлехәнә Баһауетдинова килде.
Нурия һәм Хәйҙәр Ишембәтовтарҙың ғаиләһен (өҫтәге һүрәттә) ауылда белмәгән һәм уларға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Улар бер-береһен аңлап, һәр башланғыста ярҙам итә белеүҙәре менән башҡаларҙан айырылып тора. Ауылдаштары өсөн бик яҡшы кәңәшселәр. Ғүмер буйына колхозда - Хәйҙәр Ғәҙелша улы мал ҡараусы, Нурия Сабит ҡыҙы - сөгөлдөр үҫтереүсе булып эшләп, икеһе лә хаҡлы ялға сыҡҡан. Өс ҡыҙы һәм бер улына Хәйҙәр Ғәҙелша улы ваҡыты менән талапсан, әммә һәр саҡ иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай була. Ә Нурия Сабит ҡыҙы, киреһенсә, нескә, йомшаҡ күңелле, түҙемле, ярҙамсыл кеше. Ҡыҙҙары Нәфилә һәм улдары Дамир эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Дамир, әйткәндәй, ошо кисәне алып барҙы. Нәсимә - байтаҡ йылдар банкта эшләй, Нәфисә - супермаркетта администратор. Барыһының да ғаиләләре ҙур. Бына инде Ишембәтовтар 55 йыл бергә иң терәшеп, һөйөп-һөйөлөп, татыу ғүмер кисерә. Бөгөн улар туғыҙ ейән-ейәнсәре өсөн яратҡан өләсәй һәм олатай.
Зинфира һәм Йәмил Собханғоловтарҙың ғаиләһен (аҫтағы һүрәттә) был ауылда барыһы ла хеҙмәт һөйөүсе ғаилә булараҡ яҡшы белә һәм хөрмәт итә. Йорт ҡураларына ҡараһаң бында эшсән, егәрле, тырыш кешеләр йәшәгәнлеге күренеп тора. Улар һәр эште кәңәшләшеп башҡара, сөнки улар төп йортта, ата-әсәләрен тәрбиәләп, ҡунаҡҡа ҡайтҡан туғандарын ҡаршылап, матур итеп оҙатып өйрәнгән. Ата-әсәһе Усман Мырҙағол улы һәм Фәниә Шәрәфулла ҡыҙы уларҙың тәрбиәһендә. Балалары яҡшы уҡый, спорт менән әүҙем шөғөлләнә һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Ә ата-әсәләре улар өсөн үрнәк булып тора. Йәмил Усман улы йәштән үк көрәш менән шөғөлләнеп, бик күп призлы урындар яулай, һуңынан ярыштарҙа тренер һәм судья була. Бөгөн ул умартасы. Зинфира Дамир ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы. Уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре уны ярата һәм хөрмәт итә. Ул һәр уҡыусыһына иғтибарлы, уны барыһы ла белемле, төплө аҡыллы һәм талапсан уҡытыусы булараҡ белә. Быйыл ата-әсәләре гәүһәр туйҙарын - 60 йыл татыу ғүмер кисереүҙәрен билдәләй. Форсаттан файҙаланып, ауыл биләмәһе башлығы Ринат Әхмәтов уларҙы ошондай әһәмиәтле байрамдары менән ҡотлап, яратҡан балалары һәм ейәндәре эргәһендә тағы оҙон ғүмер итеүҙәрен теләне.
Лилиә һәм Фәнзил Ишембәтовтарҙың ғаиләһе тураһында тотош китап яҙып булыр ине, моғайын. Был китапта егәрле, эш һөйөүсән, ғүмер буйына ер һөрөп, иген сәсеп үҫтереүсе аталы-уллы баһадирҙар, нисә быуын төп йортта киленле-ҡәйнәле йәшәгән түҙемле, аҡыллы, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормош тарихы сағылыр ине. Тормош иптәше Ибраҡай ауылында алдынғы механизаторҙарҙың береһе, уның хәләл ефете Ҡабыҡҡыуыш мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы. Әле Лилиә Ибраһим ҡыҙы декрет ялында. Өс балаһы - уларҙың һөйөнөсө, улар ата-әсәһен ҡаҙаныштары менән ҡыуандыра. Көрәш менән шөғөлләнгән өлкән улдары Дим Ишембәтов тураһында гәзит биттәрендә бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде.
Фәнирә һәм Юнир Йәғәфәровтарҙың ғаилә союзына 15 йыл. Ошо ваҡыт эсендә улар өй һалып сыҡҡан, алты ул үҫтергән, уларҙың икеһе Фәнирә Муллагәрәй ҡыҙының беренсе никахынан. Уларға ҡарата ауылдаштарынан тик изге һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин - ярҙамсыл, тырыш, балалары ла ата-әсәһенә оҡшап егәрле. Юнир Минеғол улы үҙенеке кеүек итеп тәрбиәләп үҫтергән өлкән улдары Алмаз һәм Филүс айырым йәшәйҙәр. Алмаздың үҙ ғаиләһе бар, Филүс Себерҙә йәшәй. Фәнүр - техниканы яҡшы белә, Венер - күберәк ижади кеше, ҡурайҙа уйнай. Дүртеһе лә көрәш менән шөғөлләнә. Фәнирә Муллағәли ҡыҙы 2007 йылда «Әсәлек даны миҙалы»на лайыҡ була. Ғаилә башлығының үҙ тракторы, йортта пилорамаһы бар. Ул һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам итергә әҙер. Йәғәфәровтар бик күп мал аҫрай. Балалары - ата-әсәһенең беренсе яраҙамсылары.
Динара һәм Илдар Һөйәрембәтовтарҙың ғаиләһе конкурста ҡатнашыусылар араһында иң йәше ине. Студент йылдарында уҡ бер-береһенә ғашиҡ булып, улар университетты тамамлағандан һуң ғаилә ҡора. Илдар Минеғаяз улы информатика уҡытыусыһы була, йәмәғәте - ауыл китапханаһында эшләй. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, Һөйәрембәтовтар ике ҡатлы йорт һалып сыҡҡан, Әлмир, Алмаз һәм Илмир исемле өс ул тәрбиәләйҙәр. Динараның ҡулынан килмәгән эш юҡ: бәйләй, тегә, йырлай, тәмле аш-һыу әҙерләй.
Өйҙә бәхетле булған кеше генә ысынлап та бәхетле. Сөнки һине унда һәр ваҡыт яраталар, көтәләр, аңлайҙар, ярҙам итәләр. Тамашасылар ғаилә парҙарының үҙҙәре тураһында һөйләүҙәрен, оҙайлы, ныҡлы, саф мөнәсәбәттәре серен иғтибар менән тыңлап, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалды. Был көндө Ғәзимә Мөхәмәтшина, Элина Абдрахманова, Индира Аллабирҙина, Айгөл һәм Дилбәр Собханғоловалар, Раушания Һөйәрембәтова конкурста ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға йырҙар бүләк итте. «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы штандарты Күндерәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлай Байғужинға тапшырылды.
Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотолары.