Бөтә яңылыҡтар
Саралар
18 Май 2018, 11:49

«Онотмаһындар өсөн йырлайым...»

Бөйөк Еңеү көнө алдынан районда ошо әһәмиәтле датаға бағышланған бихисап саралар үтте. Улар араһында район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткән «Иҫләһендәр өсөн йырлайым...» концерты - иң сағыу сараларҙың береһе булды.

Барлыҡ район сараларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән йырсы Илдар Баһауетдинов һәм тамашасыларға һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар йырҙарын һәм шиғырҙарын бүләк итеүсе йәш башҡарыусылар (һүрәттә) бына өсөнсө йыл инде концертта төп ҡатнашыусылар булып тора. Быйыл ойоштороусылар программаны бер аҙ тулыландырған. Район Мәҙәниәт йорто фойеһында улар Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң бөйөк алыштарҙың береһе - Курск дуғаһындағы алышҡа бағышланған күргәҙмәне күрһәтте. Хәрби техника миниатюралары район үҙәгенең 1-се, 2-се Стәрлебаш урта һәм Первомайский мәктәптәре уҡыусыларының әүҙем ҡатнашлығында әҙерләнгән. Әйтергә кәрәк, улар тәьҫирләндергес. Танк, самолет макеттары, бомбалар шартлау арҡаһында ерҙең аҫты өҫкә әйләнеүе, шартлаған снарядтарҙан хасил булған соҡорҙар... Ә йәнәшәлә ошо бөйөк һуғыш тураһында мәғлүмәт: унда ҡатнашыусыларҙың иҫәбе, Совет һалдаттары һәм немецтар араһында көс һәм техникала юғалтыуҙар, Еңеү өсөн һуғыштың әһәмиәтлелеге, был алышта ҡатнашҡан стәрлебаштарҙың фамилиялары.

Былар - старшина Ғатаулла Хөббөтдинов, гвардия старшинаһы Мәхмүт Арыҫланов, рядовойҙар Барый Ғәлиев, Имам Мозаһитов, Хәйбулла Исмәғилев, Михаил Бледных... Артабан бик тамашалы һәм матур концерт булды. Тамашасылар Илдар Баһауетдинов, Азалия Шафиҡова, Әлиә Шәрипова, Әнүәр Исмәғилев башҡарыуында яратҡан йырҙарын, Әлмир Фәйзуллин, Гөлфиә Назаровалар уҡыған шиғырҙарҙы рәхәтләнеп тыңланы. Хәрби хроника, 1945 йылда Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парады кадрҙары менән видеоклиптар, нәфис фильмдарҙан өҙөктәр башҡарыусыларҙың сығыштарын тағы ла биҙәне. Һәм, әлбиттә, «Ә таңдар бында тымыҡ...» кинолентаһы буйынса ошолай уҡ аталған хореографик композиция шул тиклем көслө һәм иҫ киткес булды. Бейеү спектаклендә «Ялҡынлы йөрәк» коллективы (ҡуйыусыһы Сөмбөл Йосопова) рух ныҡлығын, хис-тойғолар, Тыуған иле өсөн зенитсы йәш ҡыҙҙарҙың ғүмерҙәре ҡыйылыуын күрһәтте. 1942 йылдың майында уларға, мәңгегә 19 йәшлек булып ҡалған ҡыҙҙарға, һайлап алынған немец диверсант - десантсылар отрядына ҡаршы торорға тура килә. Йәп йәш ҡыҙҙар мыҡты кәүҙәле, үлтерергә өйрәтелгән ир-аттар менән үлемесле алышҡа инә. Йырсылар Алһыу Мирхәйҙәрова, Ләйсән Хәсәнова, Ләйсән Бәхтейәрова, актер-бейеүселәр Карина Мифтахова, Роза Ҡарамышева, Эльдана Иҡсанова, Илүзә Назарова, Гөлдәриә Вәлиева, Ҡәҙриә Назарова, уларҙың етәкселәре Сөмбөл һәм Рафаил Йосоповтар, Илһөйәр Хәкетдинова бейеү аша ҡыҙҙарҙың батырлығын, ҡыйыулығын, бер нимәнән ҡурҡмайынса алышҡа инеүен һәм Тыуған иленә тоғролоғон күрһәтә алды. Һуғыш аямаған һәләк булған ҡыҙҙарҙың яҡты образдары үлем аша ерҙә

тормош һәм миһырбанлыҡты раҫлауын дауам итә, күпме кеше ғүмере бәрәбәренә яуланған тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра. Тамашасылар әйтеүенсә, бер тында үткән концерт уларға бик оҡшаған. Байрамға тиклем күпме репетициялар яһаған, матур, күңелгә үтеп инерлек сығыштары өсөн бейеүселәрҙе һәм йырсыларҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде, коллегалары иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы һәм район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров сәй эсергә торт бүләк итте.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: