Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Май 2018, 11:36

Шәмбе өмәһе - берҙәм эш

9 май көнө алдынан район үҙәгендә экологик шәмбе өмәләре үтте. Ауыл халҡының яратҡан байрамын лайыҡлы ҡаршылар өсөн бик күп көс һәм тырышлыҡ һалды.

Хеҙмәт коллективтары һәм ауыл халҡы ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы йыйыштырып, сүплеккә түкте, административ биналарға һәм йорт территорияларына ҡараған участкаларҙы һеперҙе. Ял көндәрендә лә дәррәү эшләгәндәр араһында «Жилищник» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре бар. Улар Октябрҙең 50 йыллығы урамынан алып Ленин урамына тиклем 8 һәм 100 һанлы йорттар араһындағы шаҡтай ҙур участканы былтырғы ҡороған үләндән таҙартты (һүрәттә).

Бер нисә йыл дауамында был участкалағы емерелеп бөткән һарай, көнкүреш һәм төҙөлөш сүп-сары ҡалдыҡтары яҡын тирәләге ике ҡатлы йорт хужаларына ҡамасаулай, ул шулай уҡ янғын йәһәтенән дә хәүефле ине. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың береһе лә уны йыйыштырыу өсөн әүҙемлек күрһәтмәне. Һәм мастер Сергей Киселев етәкселегендә «Жилищник» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ярҙамында территорияның ҙур өлөшө, ниһайәт, күп йыллыҡ сүп-сарҙан таҙартылды.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: