Бөтә яңылыҡтар
Саралар
11 Май 2018, 11:07

Тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмалы

Шундай ғаиләләр йәшәй Баҡый ауылында Беҙҙең район күп быуатлыҡ тарихы, тыуған ерен хеҙмәт һәм мәҙәни-спорт ҡаҙаныштары менән данлаған татыу ғаиләләр, династиялар, яҡташтар йәшәгән ауылдар менән күркәм.

Шундай ауылдарҙың береһе - Баҡый мулла нигеҙ һалған Баҡый ауылы (уның нәҫеле - ошо ауылда һәм унан ситтә йәшәгән Абсаттаровтар, Баһауетдиновтар, Вәлишиндар, Ғәфиевтар, Дәминовтар, Яппаровтар, Яуышевтар). Баҡыйҙар тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмалы һәм һәр ваҡыт ҡуйған маҡсаттарына ирешә. Баҡый мулланың нәҫеле ҙур йорттарҙа тормош көтә, уларҙың баҡсаларында күпләп емеш-еләк үҫә. Халыҡ үҙ тамырын белә, дингә тартыла.

Бына шундай данлы ауылда «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсының сираттағы этабы үтте. Баҡыйҙар көтөп алған байрамға ныҡлы әҙерләнгән. Шәмбе өмәләре үткәреп, таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырған. Сара үткән сәхнәне матур итеп биҙәгән. Урындағы ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, оҫта ҡуллы Зилиә Яппарова бәйләгән «Татыу ғаилә - ил терәге» тип яҙылған матур мамыҡ шәл айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте.

Баҡый ауыл биләмәһе өс ғаилә парын күрһәтте. Улар араһында күп балалы һәм хөрмәтле Нурсилә һәм Айрат Ғәфиәтуллиндарҙың ғаиләһе башҡаларҙан айырыуса айырылып торҙо. Улар үҙҙәренең дүрт балаһын үҫтереп, кеше иткәс, ирле-ҡатынлы Ғәфиәтуллиндар сит балалар булмай тип, тағы тәрбиәгә өс бала ала. Уларҙың йөрәген ата-әсәнең һөйөү хисе менән йылытып, барыһы ла үҙен һәйбәт тойған өйҙөң ни тиклем йылы һәм ҡәҙерле булыуын хис итергә ярҙам итәләр. Баҡый ошо балалар өсөн тыуған ауылға, ә улар - донъяла иң ҡәҙерле кешеләргә әүерелһен өсөн Ғәфиәтуллиндар ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Бөгөн уларҙың икеһе үҫеп, техникумда, ә береһе мәктәптә белем ала. Нурсилә һәм Айрат бәхетле өләсәй менән олатай ҙа. Уларҙы хупларға килгән ейәнсәрҙәре Валерия скрипкала уйнап, инглиз телендә йыр башҡарҙы, ейәндәре шиғырҙар һөйләне, ә өс ҡыҙы «апалы-һеңлеле» йырын йырланы.

Ғәфиәтуллиндарҙың өйҙәре ҙур, яҡты, уңайлы, бында һәр кем ашҡынып ҡайта. Сөнки улар бында уларҙы ҡайнар сәй һәм ләүәштәр менән ҡаршылап, һәр ваҡыт уларға шат булыуҙарын, тыңлап, һәр йәһәттән ярҙам итеүҙәрен һәм яратыуҙарын яҡшы белә.

Баҡый ауылында ике бала тәрбиәләгән Рәйлә һәм Александр Кандрашовтарҙың ғаиләһен дә ихтирам итәләр. Ғаилә башлығы туған хужалыҡта тракторсы, ә хужабикә - урындағы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Ирле-ҡатынлы ла, уларҙың балалары ла - урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең беренсе ярҙамсылары. Ауылда бер сара ла уларҙан башҡа үтмәй, тип әйтһәң дә була. Һигеҙ йәшлек Таисия матур бейей, уның әсәһе - йырлай. Бына был көндө лә уның сығышы йыйылыусыларҙың йөрәген әсир итте.

Өсөнсө пар - Светлана һәм Александр Багаевтарҙың ғаилә стажы - һигеҙ йыл. Ирле-ҡатынлы ике ул үҫтерә. Ҡатыны балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә ире - «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһында эшләй. Багаевтар мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Светлана Фәнүр ҡыҙы - ауылда һәм районда үткәрелгән бихисап мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уларҙың өлкән улдары Никита бер мәл «Ялҡынлы йөрәк» бейеү ансамбле составында ҡатнаша. Унда алған күнекмәләр юҡҡа булмаған. Ихтирамлы ғына әсәһен бейергә саҡырып, ул уны вальста әйләндерҙе һәм тотош зал уларҙы алҡыштарға күмде.

Өс ғаилә лә видеороликтарҙа үҙҙәренең ғаилә тормошон: бергә эшләгәндәрен һәм ял иткәндәрен күрһәтте, ғаиләләрендәге йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләне. Был бик тулҡынландырғыс булды.

Ниндәй кисә концерт номерынан башҡа үтһен? Фәйрүзә Абсаттарова һәм Рәүиә Дәминова йыйылыусыларҙы моңло тауыштары менән һоҡландырҙы. Әлфиә Баһауетдинова кисәне ихлас алып барҙы. Ул конкурста ҡатнашҡандары өсөн ғаиләләргә рәхмәт белдерҙе. Саранан иҫтәлеккә уларға Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Әлфиә Зәйни ҡыҙы шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, эшен ихлас күңелдән башҡарған һәм ауылдаштарының ялын биҙәгән Зилиә Яппароваға айырыуса рәхмәт белдерҙе. Ә кисә аҙағында штандартты тапшырыу булды. Баҡый ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Вәлишиндың ҡулынан уны Буҙат ауылынан коллегаһы Салауат Сәфәрғәлиев ҡабул итте. Беҙҙең киләһе репортаж шунан буласаҡ.

Рәйсә МУСИНА. Фото район Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: