Конкурс ике этаптан торҙо. Беренсе этапта башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәре өҙөктәренән иң яҡшы тамашалар һайланды. Икенсе - йомғаҡлау этабы «Библиотөн-2018» Бөтә Рәсәй акцияһы даирәһендә район биләмә-ара китапханаһында үтте. Унда барлыҡ 16 ауыл китапханаһы ҡатнашты. Тамашасылар сағыу сәхнә өҙөктәренән ҡатнашыусыларҙың матур сығыштарынан ҙур ҡәнәғәтлек алды. Дөрөҫ һайланған декорациялар, иҫ киткес костюмдар әҫәрҙәрҙең мәғәнәһен асырға ярҙам итте. Спектаклдәрҙең темалары төрлө булды: комедиянан башлап трагедияға тиклем. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле ине.
Һөҙөмтәлә, Гран-при башҡорт әҙәбиәте классикаһы - Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романының «Аулаҡ кис» өҙөгөн күрһәткән Тәтер-Арыҫлан ауыл китапханаһына тапшырылды. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шул дәүерҙе ғәжәйеп дөрөҫ күрһәтеп, сәхнәлә ихлас күңелдән һәм илһамланып уйнаны.
Беренсе урын Н.Ғәйетбаевтың «Күңелле йәшәйбеҙ» комедияһынан өҙөк күрһәткән Баҡый ауыл китапханаһына бирелде. Фәйзәнең секретары ролен уйнаған Л.Исламова уйыны менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Уға «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле дипломы тапшырылды.
Йәлембәт һәм Иҫке Ҡалҡаш ауыл модель китапханалары икенсе урынды бүлеште. Йәлембәттәр күрһәткән Н.Игеҙйәнованың «Хыянат» хикәйәһе буйынса тамашала китапханасы Г.Хәйбуллина уйнаған төп герой Вазифа өсөн барыһы ла борсолдо.
Тамашасылар хөкөмөнә С. һәм Х.Латиповтарҙың пьесаһынан өҙөк - «Әсә күңеле балала» комедияһын күрһәткән Иҫке Ҡалҡаш үҙешмәкәрҙәр артистары шаян уйыны менән башҡаларҙан айырылды.
Ямғырсы, Ҡабыҡҡыуыш, Буҙат ауыл китапханалары өсөнсө урынды бүлеште. Ямғырсыларҙың сағыу сығыштары юмор һәм һәйбәт уйындары менән барлыҡ тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе (И.Йомағолов «Мөхәббәт ҡоштары»). Р.Ғалиндың «Эт талап ителә» (Буҙат ауыл китапханаһы) һәм А.Йәғәфәрованың «Яҙ бүләге» (Ҡабыҡҡыуыш ауыл китапханаһы) тип аталған балалар әҫәрҙәренән өҙөктәр актерҙарҙың үҙҙәренә лә, тамашасыларға ла күпме шатлыҡ килтерҙе. Билдәле башҡорт яҙыусылары ижады буйынса театрлаштырылған конкурстар халыҡты уларҙың әҙәби мираҫын өйрәнеүгә ылыҡтырыу маҡсатында үткәрелә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың төрлө йәштәге кешеләр, китапханаға йөрөүселәр генә түгел, башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен һөйөүселәр ҙә: пенсионерҙарҙан алып башланғыс класс уҡыусыларына тиклем булыуы һөйөнөслө.
Театрлаштырылған тамашаларҙа ҡатнашыу уларҙың ижади һәләттәрен асырға, кешеләрҙә тыуған ергә, Ватанға һөйөү, уның өсөн ғорурлыҡ кеүек юғары хис-тойғолар тәрбиәләүсе башҡорт халҡының ғәжәйеп әҙәбиәт донъяһы менән танышырға ярҙам итә. Беҙҙең китапханаларҙа был изге традицияға әүерелеүе ҡыуаныслы. Һәм беҙ һәр ваҡыт сәхнәлә яратҡан геройҙарын кәүҙәләндергән башҡорт әҫәрҙәрен һөйөүселәр менән киләһе осрашыуҙарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.
Рабиға НӘҘЕРШИНА, район биләмә-ара китапханаһы директоры.