Бөтә яңылыҡтар
Саралар
11 Май 2018, 11:28

Балалар ижад йорто - үҙенсәлекле ил

Һәләт - ул һәр кемдә үҙенсәлекле булып ярала. Ә бына уның үҫеше оҡшаш: яҡшы мөнәсәбәт, ышаныу, ярҙам итеү, һөйөү һәм яҡындарыңдың ҡыҙыҡһыныуы. Был һәр саҡ шулай булып ҡаласаҡ. Балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн ағымдағы уҡыу йылы тап педагогтарҙың һөнәри оҫталығы, ата-әсәләрҙең, һәм, әлбиттә, тәрбиәләнеүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында бихисап еңеүҙәр һәм яңы ҡаҙаныштар менән үтте.

Педагогтарҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең тулҡынланыуы, бәхетле ата-әсәләр, бихисап ҡунаҡтар һәм тантаналы мөхит! Быларҙың барыһы ла район Мәҙәниәт йортонда булды, унда Балалар ижад йортоноң барлыҡ берләшмәһе ижади коллективтарының концерты үтте. Уҡыусылар һәм педагогтар өсөн отчет концерты һәр саҡ үҙенә генә хас имтихан кеүек. Йыр һәм бейеү ярҙамында улар быйылғы уҡыу йылында ниндәй һәләткә эйә булыуҙарын күрһәтте. Район Мәҙәниәт йорто фойеһы ул көндө ысын күргәҙмәгә әүерелде. Художестволы биҙәү, биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән шөғөлләнгән берләшмәләр күргәҙмәлә иң яҡшы эштәрен, ә айырым тәрбиәләнеүселәр мастер-кластар күрһәтте.

«Тырышлығығыҙ, һәләтегеҙ, педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең ярҙамы менән һеҙ район, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында бихисап еңеү яулайһығыҙ. Киләсәктә лә һеҙгә ижади уңыштар, яңынан-яңы идеялар теләйем», - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова һәм төрлө конкурс еңеүселәренә грамоталар тапшырҙы. Балалар ижад йорто директоры Эльза Мәсәлимова, тәрбиәләнеүселәрҙе ҡотлап, ошо йорт - ул үҙ традициялары, ҡиммәттәре булған үҙенсәлекле ил тип билдәләне. Унда һәр кем үҙ һәләттәрен аса, үҙенең эске донъяһына тап килгән йүнәлеш ала ала.

Артабан балалар һәм уларҙың педагогтары тамашасыларға матур концерт бүләк итте. Улар араһында барыһы ла яратып өлгөргән, шулай уҡ яңы номерҙар ҙа бар ине. Иҫ киткес костюмдар, күңелгә ятышлы йыр-моң залда ултырыусыларға сара дауамында күтәренке кәйеф бүләк итте.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: