Бөтә яңылыҡтар
Саралар
8 Май 2018, 13:36

Район гәзите бүләктәр тарата!

Һәр ярты йыл һайын район гәзите редакцияһында ҡыҙыҡлы ваҡиға - киләһе ярты йыллыҡҡа беҙҙең гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу була. Уҙған йома көндө тәүге бүләк уйнатыу булды.

Был сарала шәхсән ҡатнашырға теләүселәр бишәү булды. Улар сиратлап тартманан яҙылыу квитанцияларын тартып сығарҙы һәм шунда уҡ теге йәки был бүләк отоусы бәхетле кешенең исемен уҡып ишеттерҙе. Улар иҫәбендә: Зилә Һөйәрембәтова (Ҡабыҡҡыуыш), Фәрит Ғиззәтуллин (Первомайский), гәзиттең электрон төрөнә яҙылған Марат Исмәғилев (район үҙәгенән), Альбина Ҡунысбаева (Өсөгән-Әсән), Люциә Дәүләтйәрова (Стәрлебаш), Светлана Рәхмәтуллина (Урман Кордоны) булды. Быға тиклем бүләк уйнатыуға шәхсән килеүселәрҙең береһенең дә фамилияһы яңғыраманы. «Бушҡа килдекме ни?», - тип бер аҙ кәйефтәре төштө йыйылыусыларҙың. «Әйҙәгеҙ, квитанцияны мин сығарып ҡарайым әле, минең ҡулым еңел», - тип тәҡдим итте ситтә тороусы беҙҙең журналист Рәйсә Мусина. Һәм ул тартып сығарған яҙылыу квитанцияһы йәнәшәлә ултырған Рәфҡәт Ғөбәйҙуллиндыҡы булып сыҡты! Уға сәй сервизы тапшырҙылар. «Гәзитте редакциянан килеп алам, сөнки күршелә генә йәшәйбеҙ тиерлек. Бүләк уйнатыуҙа даими ҡатнашам, әммә беренсе тапҡыр приз оттом», - тип һөйләй шатлығын йәшермәйенсә Рәфҡәт ағай.

Артабан барыһы ла әкиәттәге кеүек булды. Һуңғы бүләк ҡалды. Хәҙер квитанцияны тартып сығарырға редакцияның икенсе хеҙмәткәре Мөнирә Әһлиуллина сыҡты. «Рәмзиә Ғәлимованың бүләк отоуын теләйем», - тине шаяртыпмы, ысынлапмы Мөнирә Йәһүҙә ҡыҙы һәм тартманан Рәмзиә Абдрахман ҡыҙының адресы һәм фамилияһы яҙылған квитанцияны тартып алды! Был көндө беҙҙең хеҙмәткәрҙәр, ысынлап та, изге тылсымсылар ролендә булды!

- Өйҙән сыҡҡанда иремә: «Бүләк артынан барып киләйем әле», - тип әйткәйнем, хәҙер ышана алмайым. Бүләк отоу һәр ваҡыт күңелле, ә яратҡан гәзитеңдән бүләк алһаң - икеләтә һөйөнөслө, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты бәхетле еңеүсе. Әйткәндәй, Рәмзиә Абдрахман ҡыҙы (һүрәттә)төрлө яҡлап талантлы кеше: йырлай, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, шиғырҙар, очерктар яҙа һәм улар беҙҙең гәзит биттәрендә баҫылып тора. Ул район гәзитенә 47 йыл тоғро!

Был көндө бүләк ота алмаусыларҙың кәйефе төшмәһен, 11 майҙа сираттағы бүләк уйнатыу була, яҙылыу квитанцияларын редакцияға индерергә йәки почта аша ебәрергә онотмағыҙ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: