Бөтә яңылыҡтар
Саралар
4 Май 2018, 13:00

Күңелгә яҡын Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы

Тиҫтәләрсә йылдар үтә, ә 1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын рәсәйҙәр элеккесә ярата һәм ул шулай уҡ әһәмиәтле. Был ғәжәп түгел, сөнки ул яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр, тәбиғәттә генә түгел, кешеләр тормошонда ла яңырыуҙар алып килгән яҙ менән кәүҙәләндерелә.

Стәрлебаштар яратҡан байрамдарын лайыҡлы ҡаршыларға тырышты. Байрам алдынан төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләре үткәреп, ауылдарҙы күркәмерәк һәм матурыраҡ итер өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләне, таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырҙы. Иртәнән алып иҫкән көслө һалҡын ел традицион 1 Май концертына килгән стәрлебаштарҙы ҡурҡыта алманы. Ул байрамға матур итеп биҙәлгән район Мәҙәниәт йорто алдында үтте.

Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров ҡотланы. Ул өлкән быуынға яулап алынған тыныслыҡ һәм район мәнфәғәтендә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Замандаштарҙы тыуған еребеҙ сәскә атһын һәм имен булһын өсөн намыҫлы эшләргә саҡырҙы.

Беҙҙең районда төрлө матурлыҡ конкурстарында еңеү яулаған һылыу, аҡыллы һәм егәрле ҡыҙҙар йәшәүе тураһында беҙ бер тапҡыр ғына яҙманыҡ. Бына күптән түгел генә беҙҙең ике һылыуҡай «Татар ҡыҙы-2018» республика конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡты һәм 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Аделина Исхаҡова (Стәрлебаш ауылы) «Нурлы йөҙ», ә Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Алһыу Ишбулдина (Тәтер-Арыҫлан ауылы) «Нәфис һүҙ» номинацияларында еңеү яуланы.

Шундай абруйлы конкурста беҙҙең районды лайыҡлы күрһәткәндәре өсөн Фәнүр Зөфәр улы һылыуҡайҙарға зиннәтле жилет кейҙерҙе һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы. Ә ҡыҙҙар үҙ сиратында еңеү яуларға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Һәм, әлбиттә, ниндәй байрам концертһыҙ үтһен, сөнки олоһо ла, кесеһе лә шуның өсөн район Мәҙәниәт йорто алдында йыйылды бит. Ветерандарҙың «Моң шишмә» фольклор коллективы, «Серебряночка» ветерандар халыҡ вокаль ансамбле, Гөлйөҙөм Сәйепова, Рөстәм Ғәлиев һәм Гөлфизә Хәйруллина, Хәтимә Ғәфиәтуллина, Венера Шәрипова, Азалия Шафиҡова, Ленария һәм Вилсур Мөхәмәтйәновтар, Илдар Баһауетдинов башҡарыуында моңло йырҙар, «Ялҡынлы йөрәк» район Мәҙәниәт йорто бейеү коллективының кесе составы, «Толсон», «Бала саҡ планетаһы» (Балалар ижад йорто)башҡарыуында дәртле бейеүҙәр сараға айырыуса йәм өҫтәне. Сауҙа хеҙмәткәрҙәре байрамға килеүселәргә төрлө ҡамыр аштары, туңдырма, шашлык, ә балаларға һауа шарҙары һәм тәмлекәстәр тәҡдим итте.

Шуға ла, көндөң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, байрам матур үтте тип әйтергә була! Беренсе май байрамы халыҡҡа күтәренке кәйеф, көс-дәрт бүләк итте. Ә барыһына ла бөгөн һәм киләһе көндәрҙә һәр кемдең йөрәгендә яҙ йәшәһен, күңелендәре күтәренке булһын, ә өйҙәрендә мөхәббәт һәм һөйөү хөкөм һөрһөн тип әйтке килә. Именлек, изгелек һәм йылылыҡ теләйбеҙ! Беренсе май байрамдары менән!

Рәйсә МУСИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: