Бөтә яңылыҡтар
Саралар
4 Май 2018, 16:36

Атом һәләкәте башҡа ҡабатланмаһын!

Уҙған аҙнала Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар Стелаһына сәскәләр һалынды һәм митинг үтте.

Митингта ҡатнашыусыларҙы обелиск эргәһендә шиғыр һәм сәләмләү һүҙе менән «Болғар» йәштәр клубы вәкилдәре Альберт Исмәғилев һәм Эльвира Абдуллина ҡаршы алды.

Сағыу ут кеүек ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һәйкәлгә һалынғас, һүҙ район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа бирелде. Фәнүр Зөфәр улы катастрофа һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға ҡыйыулыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе, ә арабыҙҙа булмаусыларҙың яҡты иҫтәлеген бер минут тын тороп иҫкә алыуҙарын һораны.

32 йыл элек булған һәләкәт тураһында ошо авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Ришат Хәмитов та бер нисә һүҙ әйтеп үтте.

- Әлбиттә, радиация берәүҙе лә аяманы, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә гүр эйәһе булды. Иҫән ҡалғандарҙың барыһына ла сәләмәтлек, тол ҡатындарға - сабырлыҡ, ә яҡындарыбыҙға - именлек теләйем, - тине ул.

Артабан сарала ҡатнашыусылар спорт-һауыҡтырыу комплексына йүнәлде. Унда уҡыусылар, өлкәндәр һәм ветерандар араһында Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә бағышланған шашка буйынса район ярыштары башланырға тейеш ине.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: