Бөтә яңылыҡтар
Саралар
3 Май 2018, 11:36

Бәхетле, татыу ғаиләлә барыһына ла күңелле

Ғаилә - ул бөйөк һүҙ. Атай, әсәй, өләсәй, олатай - ғаиләнең иң хөрмәтле кешеләре. Сөнки улар һәр ваҡыт яҡындары тураһында ҡайғырта, борсола. Ата-әсә уның тотҡаһы. Балалар ғаиләнең көҙгөһө. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә үҙҙәренә оло таяныс булыр тип өмөт итә. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, йылылығы ла шул тиклем көслөрәк була. Районыбыҙҙа шундай ғаиләләр бик күп. Һәм «Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы беҙҙе улар менән яҡындан таныштыра. Апрель айында аллағыуаттар жюри һәм тамашасылар хөкөменә иң яҡшы ғаилә парҙарын күрһәтте.

Беҙҙең ауыл биләмәһендә күп балалы ғаиләләр һәм хеҙмәт династиялары бихисап. Конкурста ҡатнашҡан алты ғаилә парының һәр ҡайһыһы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Тәслимә һәм Вәғиз Бикташевтар ғаиләһен ауыл халҡы ярата һәм хөрмәт итә. Был матур ғаилә пары 60 йыл бергә иңгә-иң терәшеп тормош көтә. Улар дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләне. Вәғиз Солтан улы хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт - икмәк үҫтереү менән шөғөлләнгән, мал ҡараусы булған. Тәслимә Ғәтиәт ҡыҙы һөт йыйыусы, ашнаҡсы булған. Ғүмер буйы улар шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә тырышып эшләгән. Бөгөн дә улар ҡул ҡаушырып ултырмай, көндәре хужалыҡта үтә. Уларҙың ҡауышыуҙары, яҙмыштары, бәхет-шатлыҡтары һәм ҡайғы-хәсрәттәре тураһында һөйләүҙәрен йыйылыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Мөбәйнә һәм Әхсән Көҫәпҡоловтарҙың бергә татыу ғаилә ҡороуҙарына 53 йыл. Улар икеһе лә 40 йыл ғүмерҙәрен педагогика эшмәкәрлегенә бағышлай. Әхсән Хәсән улы балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ә Мөбәйнә Талип ҡыҙы - физика, математика һәм биология фәндәре буйынса уҡыта. Ирле-ҡатынлы намыҫлы хеҙмәттәре, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү эшендә ирешкән уңыштары өсөн Республика Мәғариф министрлығы һәм район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Уларҙың өс ҡыҙы ла ата-әсәһе юлынанкитеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған, улдары - полиция майоры. Ғаилә башлығы - һәр яҡлап та талантлы кеше. Ул йөрәктәрҙе елкендереп итеп гармунда уйнаны, таҡмаҡ әйтте, көндәлек

ғаилә мәшәҡәттәре тураһында һөйләне. Әлфира һәм Илдус Моратовтарҙың спорт ғаиләһен райондан ситтә лә беләләрҙер, тип уйлайбыҙ. Илдус Фирғәли улы - Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, ул наградаларға ғына түгел, хатта генералдың исеме яҙылған бүләккә лә лайыҡ. Уларҙың ике улы - Илдар һәм Райман - еңеүҙәре менән районыбыҙҙы ғына түгел, республикабыҙҙы һәм Рәсәйҙе лә данлаған көрәшселәр, ә өлкән улдары Илдар Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Егеттәргә әлеге спорт төрөнә ҡарата һөйөү нәҫелдән килгәндер. Уларҙың ҡарт олатайҙары Әбделҡәйүм XVIII быуатта көрәштә еңеүҙәре менән бөтә ерҙә лә дан ҡаҙанған. Тормош иптәше Әлфира Рауил ҡыҙы ғаиләнең ышаныслы тылы булып тора, ул почта бүлексәһе мөдире. Уларҙың ҡыҙҙары Рәмзиә Себерҙә медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Моратовтарҙың татыу ғаиләһенең ҙур хужалығы бар, унда улар мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

Ярты быуат тиерлек ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән Гөлсирә һәм Рафаэль Ишһариндарҙың ғаиләһен ауылдаштары алдынғы ҡарашлы һәм тормош һөйөүсән кешеләр булараҡ белә. Күп йылдар дауамында ошо тырыш ғаилә ауылдарында, районда үткәрелгән төрлө концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Рафаэль ағай өҙҙөрөп гармунда уйнай, ә Гөлсирә апай моңло йырлай. Бына конкурс көнөндә лә улар ауылдаштарын матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Шулай уҡ ирле-ҡатынлы уҡырға ярата һәм күпләп гәзит-журналдар алдыра. Ә уҙған йыл улар матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы осоронда бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашып, төп приз яуланы. Рафаэль Байбулат улы менән Гөлсирә Сафуан ҡыҙы шулай уҡ дүрт балаға ғүмер биреп, белем алырға ярҙам итә. Уларҙың өлкән улдары Рәмзил Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты. Был көндө жюри ағзалары тағы ла ике талантлы ғаиләне баһаланы. Зинира һәм Вәрис Рәжәповтар, Гөлназ һәм Марсель Вахитовтар ғаиләләрендә дүртәр бала тәрбиәләүгә ҡарамаҫтан, уларҙың иң кескәйенә ни бары бер йәш кенә тирәһе, ауыл биләмәһендә, ә ҡайһы саҡ районда үткәрелгән бер сараны ла ҡалдырмай, тиерлек. Улар байрам концерттарында, спектаклдәрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, өй мәшәҡәттәренә лә, йәшәмәғәт эштәренә лә өлгөрә. Ғаилә парҙарының эскерһеҙ, юмор менән һөйләгән тормош тарихы, улар һәм үҙешмәкәр артистар башҡарыуында күңел түренән сыҡҡан концерт номерҙары, йәштәргә ҡарата әйтелгән аҡыллы кәңәштәре сараға ихласлыҡ һәм алсаҡлыҡ өҫтәне.

Беҙҙең ауыл биләмәһендә ошондай ғаиләләрҙең күп булыуы үтә һөйөнөслө. Улар - беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ә йәштәргә үрнәк булып тора.

Бәхетле ғаилә - татыу ғаилә. Бында һәр кемгә рәхәт һәм күңелле. Барлыҡ ғаилә ағзалары шатлыҡ-ҡыуаныста ла, ҡайғы-хәсрәттә лә берҙәм, һәр саҡ бер-береһе өсөн ныҡлы терәк-таяныс булып тора. Бында атай - табыусы, әсәй - ғаилә усағын һаҡлаусы, ә балалары - ғорурлыҡтары. Бындай ғаиләлә тыныслыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек хөкөм һөрә. Шундай ғаиләләр күберәк булһын ине.

Маһира ҠОЛҺАРИНА, Аллағыуат ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе.

Фото район Мәҙәниәт йорто сайтынан алынды.
Читайте нас: