Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Апрель 2018, 12:31

Һалдат шинеле кеймәгән егет егет буламы?

Нимә ул армия? Армия - ир-азаматлыҡ, егетлек билдәһе! Элек-электән ир-егет Ватанын һаҡлаусы һәм яҡлаусы, ил терәге булған. Был ғәмәлде шик аҫтына алып, хеҙмәт итергәме - юҡмы тигән бәхәстәр алып барыу бөтөнләй урынһыҙ. Егет кеше үҙенең халҡын, илен яҡларлыҡ кимәлдә булырға тейеш, физик әҙерлеге буйынса ла, рухи йәһәттән дә. Ә бындай әҙерлек һәм өлгөргәнлекте уға тик армия ғына бирә ала. Һәр яҙ һәм көҙ бөтә ил буйынса меңәрләгән йәш егет хәрби хеҙмәткә алына. Уларҙың әрмегә барыу әҙерлеге иҫтә ҡалырлыҡ, тантаналы булһын өсөн, йыл һайын районыбыҙҙа «Призывник көнө» уҙғарыла. Унда егеттәргә армия тураһында ветерандар һәм хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан һалдаттар һөйләй.

Бына уҙған йома «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында яҡын арала армия хеҙмәтенә алынасаҡ үҫмерҙәр йыйылды. Бында спорт ярыштары үтте. Быға тиклем улар иртән М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейына барып, унда районыбыҙ тарихы менән танышты. Стәрлебаш һәм Миәкә райондары буйынса хәрби комиссар урынбаҫары Ринат Ғәлимов һәм спорт комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин егеттәргә изге теләктәрен белдерҙе. Старттан һуң улар төркөмдәргә бүленеп, кемдер атырға тирға, икенселәре автомат төшөрөлгән стендҡа, өсөнсө төркөм - турникка, дүртенсеһе - противогаз ятҡан өҫтәлгә йүнәлде. Ярыштар башланды һәм бик ҡыҙыу барҙы! Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ойоштороу комитеты йомғаҡ яһағансы , егеттәр «Берҙәм Рәсәй» урындағы партия бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Наилә Ғиззәтуллина ойошторған тәм-том менән ҡайнар сәй эсеп, ял итте. Сараның тантаналы өлөшөндә егеттәрҙе СССР Ҡораллы Көстәр ветераны Әҙхәт Ғәлиев, район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов һәм имаммөхтәсиб Зөфәр Биктимеров ҡотлап, буласаҡ һалдаттарға изге теләктәрен белдереп, хеҙмәттәрен иҫән-имен тултырып ҡайтыуҙарын теләнеләр. Артабан, егеттәр Балалар ижад йорто ойошторған матур концерт ҡараны. Байрам аҙағында һәр призывникка йәштәр эштәре комитеты рәйесе Рафаэль Әбүләев бүләктәр тапшырҙы. «Призывник көнө», башҡа йылдарҙағы кеүек үк, бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Буласаҡ Ватан һаҡсыларына хеҙмәттәрен намыҫлы үтәп, ир ҡорона инеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: