Бөтә яңылыҡтар
Саралар
24 Апрель 2018, 18:00

Улар хеҙмәте һәр саҡ күҙ алдында

Уҙған кесаҙна район муниципаль хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне.

Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров асты. Сығышында ул урындағы үҙидараның көндәлек мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән иң яҡын власть булыуын билдәләне. Муниципаль хеҙмәткәр эше - һәр кемдән төплө белем, ҡабул иткән ҡарарға ҙур яуаплылыҡ, даими рәүештә белемеңде камиллаштырыуҙы һәм үҙ-үҙеңде контролдә тотоуҙы талап итә. Фәнүр Зөфәр улы барыһына ла сәләмәтлек, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалыуҙарын, район именлеге өсөн һөнәри уңыштар теләне. Урындағы үҙидара органдарында һөҙөмтәле хеҙмәттәре һәм уны үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ ил Президентын һайлауҙы уңышлы үткәргән участка һайлау комиссиялары рәйестәре Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Сара матур концерт менән тамамланды, у н д а « С т ә р л е б а ш бөркөттәре» эстрада ансамбле, «Ялҡынлы йөрәк» бейеү коллективы, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, «Көмөш моңдар» баянсылар анамбле, «Серебряночка» халыҡ вокал ансамбле һәм башҡалар йөрәк йылыһы, күңелле хистойғолар өләшеп, тамашасыларға иң яҡшы номерҙарын бүләк итте.

Райондың урындағы үҙидара органдарында 93 кеше эшләй. Уларҙың күбеһе юғары белемле. М у н и ц и п а л ь б е р ә м е к т ә р ҙ е ң вәкәләтле органдарына 144 депутат һайланған, шуларҙың 45е - ҡатын-ҡыҙ.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: