Күптән түгел беҙҙең Ҡабыҡҡыуыш ауыл китапханаһында ошо матур датаға бағышланған сара үтте. Унда уҡыусылар әүҙем ҡатнашып, билдәле башҡорт яҙыусыларының шиғырҙарын һөйләне, уларҙың әйтеп ҡалдырған аҡыллы фекерҙәрен хәтергә төшөрҙө. Сараның икенсе өлөшөндә тамашасылар ярышты. Улар тәҡдим ителгән һүҙҙәр менән рифмаға тура килгән шиғыр уйлап сығарарға тейеш ине.
Сара фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Уҡыусылар китапханаға йышыраҡ килер, китаптар уҡыр, әҫәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныр, үҙҙәренең эске донъяһын байытыр тип ышанабыҙ.
Динара ҺӨЙӘРЕМБӘТОВА, Ҡабыҡҡыуыш ауылы китапханасыһы.
Фото автор тарафынан бирелде.